Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 11:36

Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе

Сибайҙа туҡыусылар форумы уҙҙы.

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында туҡыусыларҙың II “Буй балаҫ” төбәк-ара форумы үтте. Унда Өфө, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Өфө, Иглин, Ҡыйғы, Хәйбулла, Күгәрсен, Мәсетле, Йылайыр, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан 75 кеше ҡатнашты.

Йыйынды ойоштороу­сы­ларҙың береһе – “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Рәсәй күңеле” премияһы лауреаты, сәсәниә Асия Ғәйнуллина белдергәнсә, һәр төбәк электән үҙенең туҡыу сәнғәте һәм балаҫ һуғыусылары менән дан тота. Бөгөн республикала был сәнғәт төрө ныҡлы үҫеш ала, һәр райондың балаҫ һуғыусылары, туҡыусылары үҙ йүнәлешендә эшләй, тәжрибә уртаҡлаша.

Икенсе тапҡыр үткәрелгән форумдың маҡсаты республи­каның иң оҫта туҡыусыларын бер майҙанға йыйып, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышыу, оҫталыҡ дәрестәре алыу, йәш быуынға шөғөл нескәлектәрен өйрәтеү, Башҡортостанда туҡыу (балаҫ һуғыу) мәктәбен булдырып, уны ил кимәлендә юғары сәнғәт өлгөһө итеп танытыу.

Башҡортта балаҫ һуғыу борондан килә. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар һарыҡ йөнөнән балаҫ һуҡҡан, ҡыҙҙарҙы кейәүгә оҙатҡанда бирнәлек итеп әҙер­ләнгән. Алыҫ төбәккә килен булып төшкәндә ҡыҙҙың ҡорама­лары араһында аллы-гөллө аҫалы балаҫтың нисек һуғыл­ғанына, төҫтәренә ҡарап, уның ҡайһы ерҙән килгәненә, ниндәй һыуҙы эсеп үҫкәненә тиклем әйтеп биргәндәр, сөнки бирнә араһында һәр төбәккә генә хас үҙенсәлекле әйберҙәр булған.

Балаҫ ебе, быуындарҙы бы­уынға бәйләп, бөгөнгә тиклем килеп еткән. Шуныһы ҡыуа­ныслы: әлеге балаҫ һуғыусылар араһында олораҡ быуын йәнә­шендә йәштәр ҙә бар. Халҡы­быҙҙың боронғо кәсебе тергеҙе­леүе, уны йәш быуынға тапшырыу, инәй-өләсәйҙәребеҙҙең милли шөғөлдәренең онотолмауы, яңы кимәлгә күтәрелеүе, юғары сәнғәт өлгөһөнә әйләнеүе ҡыуандыра. Иң мөһиме – онотола барған шөғөлдө тергеҙеү­селәрҙең, уны республикала ғына түгел, хатта Рәсәйҙә таны­тырға теләүселәрҙең байтаҡ булыуы шатландыра.

Әйткәндәй, былтыр республикала үткән VI Бөтә донъя фольклориадаһында сит илдән килгән ҡунаҡтар һәр төбәктә балаҫ һәм һуҡма шәл һуғыу­сыларҙың эшен күреп, хайран ҡалды. Улар эшләгән әйберҙәр ҙур ихтыяж менән файҙала­нылды, сөнки элек-электән ҡулдан эшләнгән әйберҙәр, бигерәк тә заман талабына тура килгән сәнғәт өлгөләре донъяла ныҡ баһалана. Был юлы ла оҫта ҡуллы уңғандарҙың төрлө ептәрҙән эшләнгән аллы-гөллө балаҫтары, палантин, диван ябыуҙары, һуҡма шәлдәр, төрлө түшәктәрҙән торған күргәҙмә йәйғорҙай төрлө төҫтәрҙә балҡып, барыһының күңелен күтәрҙе, һоҡланыу уятты.

Форумға иң тәжрибәле балаҫ һуғыусыларҙың береһе Баймаҡ районының Таһир ауылынан килгәйне. Мәликә Биктимерова 50-се балаҫын һуға. Ҡәйнәһе Ғәшүрә Тимерйән ҡыҙынан ама­натҡа ҡалған аяҡ менән балаҫ һуғыу станогында эшләүенә хатта күҙ ҙә эйәрмәй. Ҡоролма тулыһынса һаҡланып ҡалмаған, әммә 40-сы йылдарҙан алып ҡәйнәһе һуҡҡан көрәҙен әле булһа ҡуллана.

– Миңә 69 йәш, электән ҡул эштәре менән булышам. Һуңғы ваҡытта балаҫ һуғыуға ихлас тотондом. Йәйен-ҡышын төрлө ептәрҙән (пряжа) балаҫ һуғам, заказ биреүселәр ҙә күп. Эш башлар алдынан ептәрҙе дөрөҫ итеп һалып алырға кәрәк. Мәҫәлән, 220х140 сантиметр үлсәмле балаҫ һуғыр өсөн 14,5 метр епте тәүҙә һуҙып, йәғни оҙатып алабыҙ. Артабан ғына уны станокта һуғабыҙ. Ошондай бер балаҫты биш көн эсендә тамамлайым, хаҡы, ҙурлығына ҡарап, төрлөсә. Алты меңдән алып 10 мең һумға тиклем, – ти Мәликә Хәлфетдин ҡыҙы.

Ә бына Мәсетле районы делегацияһына район музейы директоры Нәзирә Әхтәмова етәкселек итә. Дүрт кеше үҙ теләктәре менән, алыҫ араларҙы яҡын итеп, буй балаҫ һуғыу серҙәрен өйрәнергә килгән. Яуыш ауылының мәҙәниәт йорто етәксеһе Лилиә Солтанова Сибай ҡалаһында тәүге тапҡыр икән. Уның мәсетлеләргә генә хас итеп сигелгән милли кейеме форумда ҡатнашыусыларҙың барыһын да һоҡландырҙы, уның менән бергә фотоға төшөргә теләүселәр бик күп булды.

– Беҙҙең төбәктә балаҫ һуғыу шөғөлө киң таралмаған, шуға күрә уны белеүселәр юҡ. Бөгөн беҙ ошо кәсепте өйрәнергә, үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә, булдыра алырбыҙмы, тип килдек. Ике көн дауамында балаҫ һуҡҡан оҫталарҙан күп нәмәгә өйрәндек, ҡайтып, үҙебеҙҙә лә был кәсепте башларға теләк ҙур, – ти Лилиә Ильяс ҡыҙы.

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың был шөғөлөн Баймаҡ районы ағинәйҙәре лә киң йәйелдерә. Шуғалыр ҙа форумда баймаҡтар күп ҡатнашты. Темәс ауылынан үҙҙәре теләп Миңзәлә Әүәлба­ева, Фирҙәүес Ишмәтова, Нәзи­лә Яхина килгән. Форумда ҡатна­шыусыларға Өфөнән Гүзәл Мостафина, Күгәрсен районынан Рәйлә Алламоратова һәм Йылайыр районынан Миләүшә Моратова оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Конкурста ҡатнашыусылар ике көн рәттән балаҫ һуғыу станоктарында тиҙлеккә һәм сифат­ҡа һынау тотто, төрлө станоктар бай күргәҙмәлә урын алды. Теләгәндәр уларҙа һуҡма шәл, аҫалы балаҫ, буҫта, тула һуғып ҡараны.

Һөнәрселәр янындағы өйрән­сек­тәр, йәғни колледждың этно­сәнғәт ижады бүлеге студентта­рының да ошо шөғөлгә ихлас ылығыуы маҡтауға лайыҡ. Шундай оҫта ҡуллы йәштәр форумда һуҡма шәл һуғыу буйынса оҫта­лыҡ дәресе күрһәтте. Ярышта ҡатнашыусылар ошо уҡ сәнғәт колледжында белем алған Ай­һы­лыу Кәримова менән Айһы­лыу Әбдрәшитованың дебеттән һәм төрлө ептәрҙән һуҡма шәл­де нисек эшләгәнен күреп, үҙ­ҙәре лә уны һуғып ҡарау теләге менән янды. Ҡыҙҙарға әсәләре Земфира Кәримова менән Дәү­ләт­бикә Әбдрәшитова ярҙам итте.

Ысынлап та, үҫмер ҡыҙҙар­ҙың балаҫҡа ҡыҙыҡһыныуын арттырыу – мөһим ғәмәл, сөнки улар – быуаттарҙы ялғаған балаҫ ептәрен киләһе быуынға тапшырыусы ла. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ милли шөғөлдө – ҡыҙына, уныһы ла артабан тапшыра икән, тимәк, халҡыбыҙҙың туҡыу сәнғәте лә юғалып ҡалмаҫ. Балаҫтар, заман талаптарына яраҡлаш­ты­рылып, бер аҙ үҙгә­реш кисерергә мөмкин, көнкүреш кәрәк-ярағы итеп кенә ҡулланыл­май, юғары сәнғәт өлгөһө дәрә­жәһенә күтәреләсәк. Ә бының өсөн ошондай йыйын­дарҙың йыш ойошторолоуы ла зарур.

Сарала ҡатнашыусылар ки­лә­сәктә туҡыу сәнғәтен үҫтереү маҡсатында резолюция ҡабул итте. Унда билдәләнгәнсә, был эште мәктәп балаларына хеҙмәт дәрестәрендә, түңәрәктәрҙә өйрәтеүҙән алып юғары уҡыу йорттарына тиклем дауам итеү бурысы ҡуйылды. Шул сағында ғына халҡыбыҙҙың милли шө­ғөл-кәсептәре ил һәм донъя кимәленә сығасаҡ, республи­каның туҡыу сәнғәте үҫешәсәк, балаҫ һуғыусыларҙың эшенә лә ихтыяж артасаҡ. Ә ихтыяж бар ерҙә тауарҙы етештереү – мөһим шарттарҙың береһе.

Форум барышында туҡыу, балаҫ һуғыу маһирҙары ҡыҙыҡ­һыныусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Сарала ҡатнаш­ҡан иң етеҙ, тилбер ҡуллы оҫталар төрлө номинацияларҙа билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Шулай уҡ һуғыу станоктарын эшләгән оҫталар ҙа билдәләнде.

Сибай ҡалаһында үткән туҡыусыларҙың II “Буй балаҫ” төбәк-ара форумында ҡатна­шыу­сылар был сараны йыл һа­йын үткәреү мөһимлеген билдә­ләп үтте. Тап ошондай йыйын­дарҙа халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең ҡайтанан терге­ҙел­гәненә шаһит булаһың, оҫта­ларҙан өйрәнеп, үҙеңә кәңәш тә алаһың, тәжрибә лә туплайһың. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре – һәр форум яңы исемдәр аса, туҡыу сәнғәтенең яңы алымдарын күрһәтә, уның өлгөләрендә боронғо шөғөл яңыса үҫешә.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: