Бөгөнгө байрам саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле, бай күргәҙмәнән башланып китте. Бында былтыр үткән II “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында еңеп сыҡҡан эштәр ҡуйылды.
Күргәҙмәне Республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков асты. Ул: “Беренсе “Тамға”ға ҡатнашыусылар күберәк стилләштерелгән кейемдәр менән сыҡһа, икенсеһендә күпселекте – 80 процентты, тип әйтергә мөмкин – тарихи өлгөләргә таянып эшләнгәндәре тәшкил итте. Конкурстың төп маҡсатына – башҡорт халҡының тарихи кейемен тергеҙеүгә – өлгәшелде, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ”, – тип билдәләне.
Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләне. “Бер нисә йыл элек Радий Фәрит улының беҙ өйрәнеп бөткән сәхнә варианттарына түгел, ә тап тарихи башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә иғтибар йүнәлтеүе бик ҡыуаныслы хәл булды, – тип билдәләне ул. – Ул хатта чиновниктар кейеп йөрөгән кейемгә иғтибар итте, ә хәҙер беҙ ҡәнәғәтлек хисе менән милли юҫыҡта тегелгән костюмда ла йөрөйбөҙ”.
Ҡунаҡтар араһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” мәрхәмәтлелек фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла булды. Уның башҡортсалап: “Хәйерле көн, дуҫтар!” – тип сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде. Ул иң беренсе “Тамға” конкурсанттарына рәхмәт белдерҙе. “Милли кейемде һаҡлау һәм тергеҙеү эшен алып барған бөтәһенә лә рәхмәт әйткем килә, сөнки был – беҙҙең тарих, – тине К. Хәбирова. – Ҙур һәм бөйөк нәмәләрҙең бәләкәй өлөштәрҙән торғанын иҫтә тотоу мөһим. Беҙҙең бөйөк илебеҙ Рәсәй ҙә бәләкәй һәм ҙур халыҡтарҙан тора. Беҙгә халҡыбыҙҙың тарихын хәтерҙә тоторға һәм һаҡларға кәрәк, ошонда илебеҙҙең бөйөклөгө сағыла ла”.
Күргәҙмә 29 апрелгә ҡәҙәр эшләйәсәк. Халҡыбыҙҙың бай тарихын да, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен дә, көнкүрешен дә сағылдырған уникаль экспонаттарҙы йөрәгендә милли тойғолар йөрөткән һәр кем килеп ҡарарға тейештер.
Милли кейем көнө сараһы артабан Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Халыҡ кейемен интерпретациялау мәсьәләһе” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә һөйләшеү менән дауам иттте. Унда билдәле этнографтар, рәссам-дизайнерҙар, халыҡтың матди мәҙәниәте өлкәһенә эшмәкәрлек алып барған вәкилдәр ҡатнашты. Сараның төп маҡсаттарының береһе – фән һәм практика өлкәһе вәкилдәрен милли кейемде тергеҙеү мәсьәләләренә йәлеп итеү.
Айрат Нурмөхәмәтов һәм "Башинформ" фотолары.