Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 09:07

“Һәр кемдең дә була үҙ Айы...”

Ҡәләмдәшемдең шиғырҙарын башҡорт телендә тәҡдим итәм. Был – бик үҙенсәлекле шиғриәт. Унда, классик стилдән тыш, аҡ шиғыр юлдары ла бар. Ар-Сергиҙың рухташы, фекерҙәше – ул сыуаш шағиры Айги. Ошо ғына ла ижадсының асылы хаҡында  күп нәмә һөйләй. Һәр образлы ҡараш, фекер эсендәге йомаҡты сисергә ынтылыш – бына ошо сифат ҡыҙыҡлы миңә удмурт шағиры Ар-Сергиҙың ижадында.

Айги

 

Ҡарҙар баҫҡан сыуаш яланында

Сәскә атҡан алтын әфлисун.

 

Миләш еҫле үҙе, йәшеренгән

Ҡараштарҙан мәтрүш араһына.           

 

Ул дәрүишлек менән ауырыған,

Китап йәше менән илаған.

 

Ҡарҙар баҫҡан сыуаш яланында

Кипте инде алтын әфлисун.

Һин

 

Һәр кемдең дә була үҙ Айы,

Ҡояш ҡына  берәү барына.

Һәр кемдең дә була ҡайғыһы,

Уртаҡ беҙгә бары яҙ ғына.       

 

Һандуғас та бөтәбеҙгә – берәү,

Тик һәр кемдең була ҡарғаһы.

Хоҙай берәү генә барыбыҙға,

Тик шәхси ул яҙмыш яраһы.

 

...Һинең һүҙҙәр миңә

күптән таныш,

Тик шулай ҙа – ауыр уйҙарым.

Хәҙер миңә барыбер ҙә кеүек,

Ҡар аҫтында ҡалған юлдарым.            

 

Удмурт бейеүе

 

Удмурттарҙың бейеүе,

Уян әле, Ер шары!       

Йәш кенә бер һылыуҙай

Тойолһон әле бары...

 

Уян әле, Ер шары!

Йылғыр бер тейен шикелле,

Әйләнеп тор һин ары.

 

Уян әле, Ер шары!

Алһыу таңдар атҡанда

Шәлгә төрөнһөн бары...

Йөрәк тибешемде тоя

Минең был итектәрем.

Үксәләрҙә сихри ауаз –

Һиҙәм еңеллектәрен!

 

Тынғыр-тынғыр,

Тынғыр –  йырлай!

Тынғыр-тынғыр,

Тынғыр – тыпырла!

Үләндәрҙең араһына

Һөйгәнем менән инәм!

Ялбыр яллы был атым

Йондоҙ битенән үбә!

 

Иртәнге ел тәҙрә ҡаҡты

 

Иртәнге ел тәҙрә ҡаҡты –

Бармаҡтарым әллә шаҡыны...

Күптәнге моң, әгәр ҡыуһаң,

Тыныр төҫлө илһам ялҡыны.

 

Йән йырымдың ауаздарын

Табып алдым һинең һуҡмаҡта.

Һинһеҙ һиңә йыр арнаным,

Икебеҙҙе уйлап ул саҡта.

 

Һин – ул һинһеҙ, ел һәм дә мин,

Ошо трио тәҙрә ҡаҡты.             

Ҡайҙа ғына ҡуйырға һуң

Сараһыҙ ҙа юлһыҙлыҡты?..

Әсәйем йыры

 

Хәйерсе, тик ыҫпай кейенгән гел,

Төшкә инә ҡайсаҡ ул шулай –

Аҡ яулығын бәйләп алған үҙе

Һәм тын ғына миңә йыр йырлай.

 

Удмурт йыры шишмәләре унда

Юлын таба Кама йылғаға.

Һағыштарға сумған был йөрәгем

Сөңгөлдәрҙән ҡалҡып саҡ сыға.

 

Аҙымдары уның – меңәр юлда,

Ҡазандарҙан ары китмәгән.

Ер кендеге – туған тупһаһынан

Йырҙарына ҡеүәт өҫтәгән.

 

Яҡты һағыш һеңгән ул йырҙарҙы

Беҙ икәүләп ҡай саҡ башҡарҙыҡ.

Хәҙер уны кемдәр йырлар икән?

Телгә алыр хатта кеше юҡ...

 

Удмурт ҡайыны был затлы йырға

Ҡушылмаҡсы булды, күрәһең.

Партитура – ашмаҫ хыялдарым,

Кемдәр уға нота өҫтәһен?!.

 

Вячеслав АР-СЕРГИ,

Удмурт Республикаһының халыҡ шағиры

 

Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.

Читайте нас: