Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Иҫәнсурин – үҙенсәлекле һәм көслө тауышлы йырсы. Сығыштарын тамашасы көтөп ала, клиптарын яратып ҡарай. Уның менән әңгәмәлә Заһир Билал улы ҡайһы бер йырҙарының тарихын һөйләп ишеттерҙе, хатта бығаса тамашасыға билдәле булмаған һөнәрҙәре хаҡында ла бәйән итте.
– Заһир, күптән түгел ҙур концертығыҙ үтте, уның афишаһындағы “яңы форматтағы шоу” тигән яҙыу иғтибарҙы йәлеп итте.
– Был формат, тәү сиратта, үҙем өсөн яңылыҡ булды. Һөнәри эшмәкәрлегемә 15 йыл да тулып киткән. Ошо үҙенә күрә бер ижади юбилейҙа яңы стилдәге йырҙарҙы башҡарҙым һәм үҙемә хас булмаған сәхнә образында сығыш яһаным.
Шоуҙа заманса алымдар ҡулланылды. Программаға ингән йырҙар төрлө жанрҙа булһа ла, темалары уртаҡ. Улар һәр кемгә таныш хис-тойғоларҙы сағылдыра.
– Сәхнә образы тигәндәй, ижадығыҙҙы һөйөүселәр һеҙҙе “башҡорт эстрадаһының иң романтик башҡарыусыһы” тип йөрөтә. Ысынлап та, һеҙгә талғын һәм тәрән хис менән йырлау хас. Тауышығыҙ тыңлаусы күңеленә һиллек биргән кеүек. Бындай башҡарыу алымы нисек формалашты?
– Минеңсә, йырҙы башҡарыу үҙенсәлеге йырсының тәбиғәттән бирелгән тауышына һәм холҡона бәйле. Тупланған тормош тәжрибәһе лә йоғонто яһамай ҡалмай – йылдар үтеү менән хистәр тураһында ҡысҡырып түгел, ә тыйнаҡ ҡына итеп еткерге килә. Тыныс әйтелгән һүҙ генә йөрәккә барып етә.
– Һеҙҙең башҡарыуҙағы “Умырзая”, “Күҙ нурым”, “Ямсы”, “Ағиҙелдән китеп барам”, “Өс яҡлы мөхәббәт”, “Атай” тигән йырҙар күптән хитҡа әүерелде. Халыҡ һөйөүен яуларлыҡ йырҙар нисек тыуа?
– Һәр йырҙың үҙ яҙмышы һәм тарихы бар. Ҡайһы берҙәре нисектер уйламағанда, еңел генә килеп сыға, ә бәғзеләре өҫтөндә композитор, шағир һәм аранжировка яһаған музыканттар менән оҙаҡ ҡына эшләргә тура килә. Мәҫәлән, Илдар Хисаметдиновтың “Умырзая” йырын тамашасыға тәҡдим итер алдынан өс йыл буйы машинамда тыңлап йөрөнөм. Күңелдә өлгөрөп еткәнен тойғас ҡына сәхнәлә башҡара башланым.
“Ағиҙелдән китеп барам” йыры осраҡлы тыуҙы. Ҡатыным Рита социаль селтәрҙә яҡташ шағир Роберт Миңнуллиндың шиғырын күреп ҡалған да, был матур һүҙҙәрҙән шәп йыр сығыр, тип миңә ебәрҙе. Күп тә үтмәй Рөстәм Ғиззәтуллин менән күрештек. Уға шиғырҙы күрһәттем, көй яҙыуын һораным. Йырға төшөрөлгән клип сценарийының авторы ла – Рөстәм Ғиззәтуллин. Бер үкенес тороп ҡалды: клипта йылғала йөҙөп китеп барған, кеше ғүмерен һынландырған сәңгелдәкте иң аҙаҡтан Роберт ағай тотоп алырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ауырып дауаханаға эләкте һәм бөтөнләйгә арабыҙҙан китеп барҙы...
– Нимә ул һеҙҙең өсөн йыр?
– Тәү сиратта, йыр – ул минең һөнәрем. Рәссам уй-хистәрен – картина, ә шағир нәфис һүҙ аша еткергән кеүек, мин әйтер һүҙемде йыр аша белдерәм. Шуның менән бәхетлемен дә. Тыңлаусы өсөн иһә йыр – йыуаныс та, күңел дауаһы ла.
Мәҫәлән, шул “Ағиҙелдән китеп барам” йырына бәйле тулҡынландырғыс хәл булды. Сит илдә йәшәгән оло йәштәге апай ҡаты сирләп дауаханаға эләккәс, уның балалары миңә мөрәжәғәт итте. “Әсәйебеҙ шул йырығыҙҙы тыңларға теләй, видео ебәрһәгеҙ ине”, – тип яҙғайны улар. Йырҙы гитараға йырлап, яҙҙырып ебәрҙем. Хәҙер хәбәрләшеп торабыҙ. Аллаға шөкөр, хәле арыуланып килә. Йыр кешене йәшәтә һәм йәшәртә, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
– Бына ниндәй ҙур көскә эйә була ала икән йыр! Заһир, ә үҙегеҙ ниндәй көй-моңдарҙан йыуаныс табаһығыҙ?
– Ни эшләптер бала саҡтан халыҡ уйын ҡоралдарының моңон яратам. Атайымдың баянда уйнауы тәьҫир иткәндер, моғайын. Баянды, гармун менән тальян гармунды ла үҙләштереп алдым. Иҫәнғолда интернатта уҡыған ваҡытта ҡурайыбыҙға ылығып киттем. Был йәһәттән уҡытыусым – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәновҡа рәхмәт. Ул ҡурайға шул тиклем ҙур һөйөү уятты, хатта был уйын ҡоралын ҡулдан да төшөрмәй торғайным.
Халыҡ уйын ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына торғас, үҙенсәлекле коллекция барлыҡҡа килде. Унда ҡурайҙың, ҡумыҙҙың бер нисә төрө һәм Әрмәнстанда киң танылған дудук тигән уйын ҡоралы һаҡлана. Ни өсөндөр шул дудуктың тауышын яратам. Уны интернет аша яҙҙырып алып, видеодәрестәр ҡарап, уйнарға өйрәнеп тә алдым. Танылған ҡумыҙсыбыҙ Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты күргән һайын унан оҫталыҡ дәресе алып ҡалырға тырышам. Ябай ғына күренһә лә, ҡумыҙҙың да серҙәре күп икән.
– Концертҡа әйләнеп ҡайтҡанда, ҡуйыусы төркөмгә кемдәрҙе йәлеп иттегеҙ? Ни тиһәң дә, шоу үткәреү еңел эш түгел.
– Программаның сценарий авторы һәм режиссерҙары – үҙем һәм Рита Өмөтбаева, беҙгә балетмейстерҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәнил Әсәҙуллин менән Александр Родионов ярҙам итте. “Ренессанс” коллективы артистары тамашаны бейеүҙәре менән биҙәне.
Концертҡа бәйле ойоштороу эштәренең күбеһен хәләлем Рита (“Ҡурай” телеканалының директоры, билдәле телевизион проекттар авторы Рита Өмөтбаева – авт.) үҙ өҫтөнә алды. Ул алға әйҙәүсем дә, тура һүҙле тәнҡитсем һәм продюсерым да. Программа өсөн йырҙарҙы алты йәшлек улыбыҙ Муса менән өсәүләшеп һайланыҡ.
– Заһир, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт!
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.