Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апрель 2022, 12:00

Милли кейем көнө нығыраҡ берләштерҙе

Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.

Милли кейем көнө нығыраҡ берләштерҙе
Милли кейем көнө нығыраҡ берләштерҙе

Силәбе өлкәһендә Башҡорт милли кейеме көнөн байрам итеү барышында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген презентациялау үтте. Сараны Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто республикабыҙҙың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында ойошторҙо.

Тантанала Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Силәбе өлкәһенең мәҙәниәт министры Алексей Бетехин, Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең ижтимағи бәйләнештәр идаралығы начальнигы Дмитрий Семенов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Әминә Шафиҡова халыҡты сәләмләп, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәренең Рәсәй төбәктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса барлыҡҡа килеүен билдәләне. Бөгөн бындай учреждениелар алты төбәктә эшләй.

"Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген асыуға Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Леонидович Текслер ярҙам итте. Үҙәктәр алдындағы төп бурыс – башҡорт йәмәғәт берекмәләрен туплау, туған телде, мәҙәниәтте, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау, үҫтереү, шулай уҡ мәҙәни саралар тураһында мәғлүмәт менән тәьмин итеү. Берҙәм көс менән уртаҡ фекергә килгән Силәбе йәмәғәтселегенә һәм үҙәк белгестәренә айырыуса ҙур рәхмәт", – тине Әминә Шафиҡова.

Алексей Бетехин, байрам менән ҡотлап, төбәктә 150-нән ашыу милләт йәшәгәнен билдәләне. Губернатор һәм өлкә Хөкүмәте милли мәҙәниәттәрҙе һаҡлауға даими булышлыҡ итә.

"Силәбе өлкәһендә милли-мәҙәни саралар үтеп тора. Шуларҙың иң күләмлеһе – һабантуй һәм "Рәсүл уҡыуҙары". Был байрамдарға хатта күрше биләмәләрҙән дә ҡунаҡтар йыйыла. Беҙҙең төбәктәр араһындағы мәҙәни хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк", – тине ул.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов әйтеүенсә, төбәктә төрлө йүнәлештә 15 башҡорт йәмәғәт берекмәһе эшләй.

"Хәҙерге ваҡытта 31 мәктәптә һәм 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Кемдең теләге бар, барыһы ла шөғөлләнә. Тарихи-мәҙәни үҙәк башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтерергә әҙер булғандарҙы берләштерер тип ышанам", – тине Әлфир Байымов.

Осрашыу барышында ике төбәктең Мәҙәниәт министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ҡунаҡтар өсөн милли кейемдәр, сәнғәт-биҙәү әйберҙәре, биҙәүестәр, боронғо ҡомартҡылар күргәҙмәһе ойошторолдо. Теләгән һәр кем башҡорт милли кейемдәрен кейеп ҡараны, фотоға төштө. Тантаналы шарттарҙа иң әүҙем мәҙәниәт эшлеклеләренә Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырылды.

Белешмә.

Башҡортостанды һәм Силәбе өлкәһен күптәнге туғандарса мөнәсәбәт бәйләй. 2015 йылда Өфөлә сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Силәбе өлкәһендә 160 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. 2020 йылда унда Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге асылды. Бөгөн ул Силәбе ҡалаһының Ленин урамындағы 13-сө йортта эшләй.

Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: