Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апрель 2022, 23:00

Сағыу сара - илһам сығанағы

Милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейем тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап. Быға аныҡ миҫал – бөгөн "Арт-КВАДРАТ" мәҙәни үҙәгендә үткән, Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған саралар.

Сағыу сара  - илһам сығанағы
Сағыу сара - илһам сығанағы

Апрелдә республикала сағыу байрам - Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә.

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана, хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра. Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар, сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейем тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап. Быға аныҡ миҫал – бөгөн "Арт-КВАДРАТ" мәҙәни үҙәгендә үткән, Башҡортостан халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған саралар.

Бында сағыу һәм күләмле программа планлаштырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар үҙ халҡының, республикаһының, ҡалаһының тарихын белә, өйрәнә, уның милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алды. Биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының үҙенсәлекле күргәҙмә-йәрминкәһе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең сувенир продукцияһы, милли биҙәүестәр, халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе лә үҙенсәлекле булды.

"Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөн оҫталарыбыҙҙан тыш күҙ алдына килтереп булмай, сөнки улар милли кейемде популярлаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара, аксессуарҙар, биҙәүестәр эшләй. Бындай эксклюзив әйберҙәр, ғәҙәттә, сувенирға әүерелә, һәм, әлбиттә, Өфө ҡалаһы халҡы, ҡунаҡтары уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә", - тине "Урал" халыҡ сәнғәте галереяһы директоры Кәрим Кайдалов.

Күргәҙмәлә иһә нимә генә юҡ ине! Сағыу аксессуарҙар, этно-стилдәге биҙәүестәр, башҡорт түшелдерегенең элементтары менән биҙәлгән футболкалар, түбәтәйҙәр, галстуктар, милли  биҙәкле сумкалар, ағас әйберҙәр, открыткалар, значоктар, башҡорт дебет шәле, милли кейемдәге ҡурсаҡтар... Хатта балалар өсөн зиһенде үҫтереүсе этно-уйындар, эксклюзив этно-перәниктәр ҙә булды.

Бынан тыш, "Арт-КВАДРАТ" майҙансыҡтарында кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ, этно-стилдә сумкалар, аксессуарҙар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто берлектә ойошторған  профессиональ һәм йәш дизайнерҙарҙың коллекцияларын –  милли кейем өлгөләрен күрһәтеү сараһы айырыуса күркәм күренеш булды.

Атап әйткәндә, сарала милли элементтар, йәнлек тиреһенән эшләнгән изделиелар, аксессуарҙар менән "Салауат" ательеһы "Каренина премиум бренды" менән берлектә яҙғы эш кейеме коллекцияһын, "Saharа" Өфө мосолман кейеме бренды "Иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай" коллекцияһын; "Сәрби" ательеһы (етәксеһе - Сәймә Хәсәнова) "Күҙ нуры" коллекцияһын, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың "Minzifa" студияһы "Йыһан" коллекцияһын, "Ағиҙел" художество промыслалары" дәүләт унитар предприятиеһы милли элементтар менән тегелгән эшлекле кейемдең, мәктәп формаһының яңы коллекцияһын һәм башҡа ижади коллективтар күркәм кейем өлгөләрен күрһәтте. Ошонда уҡ фотостудия эшләне, унда теләгән һәр кем милли кейемдә үҙе өсөн фотосессия ойоштора алды.

Төп сәхнәлә көн дауамында мәҙәниәт учреждениеларының профессиональ коллективтары, республиканың һәм ҡаланың сәхнә оҫталары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында байрам концерты барҙы.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в