Кисә республиканың төрлө ҡала һәм райондарында Милли кейем көнө уңайынан бик матур саралар үтте. Күптәр эшкә милли кейемдә килде, төрлө флешмобтарҙа ҡатнашты.
Өфөләге "Йәшлек-хаус"тың "Уфтанма" ижад лабораторияһында биш ил вәкилдәре ҡатнашлығында ойошторолған сара ла һәр милләтең мәҙәниәтенә, милли кейем үҙенсәлектәренә арналды.
Ойоштороусылар төрлө халыҡ мәҙәниәте менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. "Йәшлек-хаус"тағы был байрамға бер кем дә буш ҡул менән килмәгән: һәр береһе алдан йыр, бейеү, шиғыр әҙерләгән. Мәҫәлән, тамашасылар һинд, ҡаҙаҡ йырҙарын рәхәтләнеп тыңлаған, Таджикстан ҡыҙы туған телендә шиғыр ятлаған. Тағы ла башҡорт, һинд, Алтай бейеүҙәре лә башҡарылған. Мысыр егете сарала ҡатнашыусыларҙы илаһи скрипка көйө менән ҡыуандырған.
Йәнле кисәлә төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара танышып, аралашып, дуҫлашып өлгөргән. Сара аҙағында һәр ҡатнашыусыға Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хаты тапшырылған.