Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Апрель 2022, 11:30

Заман геройҙары кемдәр?

Сарала быйыл тәү тапҡыр Беларусь Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.

Заман геройҙары кемдәр?Заман геройҙары кемдәр?
Заман геройҙары кемдәр?

Өфө сираттағы тапҡыр халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн лайыҡлы майҙан булыуын раҫлаясаҡ: 22 апрелдә баш ҡаланың Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Беҙҙең заман геройы” Х Бөтә Рәсәй телевизион йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтә.

Башҡортостанға илдең төрлө ҡалаларынан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм замандың ысын геройҙары киләсәк. Быйыл тәүге тапҡыр Беларусь Республикаһы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Вся Уфа” телеканалы йыл буйына илдә изгелек ҡылған, батырлыҡ күрһәткән, асыштар яһаған кешеләр тураһында мәғлүмәттәр йыйҙы. “Голос дети” шоуының етенсе миҙгелендә ҡатнашҡан Беларусь Республикаһы ҡыҙы Стефания Соколова - быйылғы көтөп алынған ҡунаҡтарҙың береһе. Ул ошо дәүләттән премияға беренсе тапҡыр номинацияланған делегацияны яҡлау өсөн килә. Элек “Беҙҙең заман геройы”нда Рәсәй кешеләре генә ҡатнашты.

Премияны тапшырыу тантанаһын “Вся Уфа”, “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы” телеканалдарында йәки “Бәйләнештә” төркөмөндә 22 апрелдә ҡарағыҙ. Тапшырыу 19.00 сәғәттә башлана.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас