Башҡортостан
-13 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Өфөләге концертҡа килегеҙ!

Тамашасылар алдында бар илгә билдәле рок йондоҙҙары һәм урындағы яратҡан артистар сығыш яһай.

Өфөләге концертҡа килегеҙ!
Өфөләге концертҡа килегеҙ!

22 апрелдә Өфө «Рәсәй өсөн» музыкаль-патриотик марафонында ҡатнаша. Ҡалаға эстафетаны Бийск тапшыра. Тамашасылар алдында бар илгә билдәле рок йондоҙҙары һәм урындағы яратҡан артистар сығыш яһай. Марафон Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер федераль округтарындағы 30-ҙан ашыу ҡаланы үҙ эсенә ала. Марафон маршрутының киләһе ҡалалары – Новокузнецк һәм Магнитогорск.

Был көндө Өфө халҡы һәм ҡунаҡтарына «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда ҙур концерт ҡуйыла (Зәки Вәлиди урамы, 2-се йорт). Программаның эстәлеге бик бай. Хедлайнерҙар – ике легендар рок-төркөм: «Ва-Банк» һәм уның лидеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Ф. Скляр, шулай уҡ Сергей Галанин етәкселегендәге «СерьГа». Шулай уҡ Карина Низамова һәм Prado, Zainetdin төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Концертҡа инеү бушлай.

Кисә дауамында киске сәғәт 5-тән 8-гә тиклем майҙанда ҡаланың хәйриә ойошмалары тураһында мәғлүмәт стенды эшләйәсәк, унда теләге булғандарҙың барыһы ла нисек был эшмәкәрлеккә ҡушылыу һәм мохтаждарға ярҙам итеү хаҡында белә аласаҡ. «Йөрәктәребеҙ яҡтыһы» бөтә Рәсәй эстафетаһы концерттың сағыу ваҡиғаһы буласаҡ. 

Проекттың тулы программаһы марафон-за-россием.рф рәсми сайтында баҫылған.  Шул уҡ көндө Өфө йәштәре Рәсәй «Белем» йәмғиәте эксперттарының лекцияларын тыңлай аласаҡ. Урындағы йәштәр алдында тәжрибәле иҡтисадсылар, социологтар, тарихсылар, культурологтар һәм психологтар сығыш яһаясаҡ. Улар Рәсәйҙең бай тарихы һәм уникаль традициялары, фәндәге көнүҙәк трендтар һәм технологиялар, яңы бизнес-проекттар һәм финанс грамоталылыҡ нигеҙҙәре хаҡында һөйләйәсәк. Бынан тыш, ирекмәндәр һәм хәйриә эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Сарала ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса онлайн-теркәү үтергә кәрәк.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас в