Башҡортостанда билдәләнгән Милли кейем көнө саралары Башҡортостандың Милли музейында ҡуйылған үҙенсәлекле бай күргәҙмәнән башланып китте. Бында былтыр үткән II “Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында еңеп сыҡҡан эштәр ҡуйылды.
Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков асты. Ул: “Беренсе “Тамға”ға ҡатнашыусылар күберәк стилләштерелгән кейемдәр менән сыҡһа, икенсеһендә күпселекте – 80 процентты, тип әйтергә мөмкин – тарихи өлгөләргә таянып эшләнгәндәре тәшкил итте. Конкурстың төп маҡсатына – башҡорт халҡының тарихи кейемен тергеҙеүгә – өлгәшелде, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ”, – тип билдәләне. Сығышында ул республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәтен дә еткерҙе. “Башҡортостан Башлығы республикала йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә, – айырып әйткәндә, милли кейемде пропагандалауға, һаҡлауға, – бик иғтибарлы, һаҡсыл ҡараш күрһәтә”, – тине ул.
Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тәбрикләне. “Бер нисә йыл элек Радий Фәрит улының беҙ өйрәнеп бөткән сәхнә варианттарына түгел, ә тап тарихи башҡорт милли кейемен тергеҙеүгә иғтибар йүнәлтеүе бик ҡыуаныслы хәл булды, – тип билдәләне ул. – Ул хатта чиновниктар кейеп йөрөгән кейемгә иғтибар итте, ә хәҙер беҙ ҡәнәғәтлек менән милли юҫыҡта тегелгән костюмда ла йөрөйбөҙ”.
Ҡунаҡтар араһында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” мәрхәмәтлек фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла булды. Уның башҡортсалап: “Хәйерле көн, дуҫтар!” – тип сәләмләүе барыһының да күңеленә хуш килде. Ул иң беренсе “Тамға” конкурсанттарына рәхмәт белдерҙе. “Милли кейемде һаҡлау һәм тергеҙеү эшен алып барған бөтәһенә лә рәхмәт әйткем килә, сөнки был – беҙҙең тарих, – тине К. Хәбирова. – Ҙур һәм бөйөк нәмәләрҙең бәләкәй өлөштәрҙән торғанын иҫтә тотоу мөһим. Бөйөк илебеҙ Рәсәй ҙә бәләкәй һәм ҙур халыҡтарҙан тора. Беҙгә халҡыбыҙҙың тарихын хәтерҙә тоторға һәм һаҡларға кәрәк, ошонда илебеҙҙең бөйөклөгө сағыла ла”.
Рәсми асыуҙан һуң күргәҙмә менән таныштырыу булды. Бында былтыр үткән икенсе “Тамға” конкурсының финалсылары – милли кейем оҫталары, дизайнер, костюмдар буйынса рәссамдарҙың эштәре урынлаштырылған. Ҡунаҡтар сара ыңғайында уникаль халыҡ кәсебен тергеҙеүселәр менән дә аралаша алды.
II “Тамға”ның “Балалар кейеме” номинацияһында еңеүсе Зөлфиә Насирова күргәҙмәне асыу тантанаһына ике бәләкәс ҡыҙы менән килгәйне. Конкурста еңеп сыҡҡан эшенә лә әсәләрен улар илһамландырған.
– Бөгөнгө күргәҙмәлә үҙ ҡулдарым менән тегелгән башҡорт милли кейеме булыуы – бик ҙур ғорурлыҡ та, ҡыуаныс та, шул уҡ ваҡытта оло яуаплылыҡ та, сөнки экспозицияны күп халыҡ ҡараясаҡ, улар араһында яңы оҫталар ҙа, ҡала ҡунаҡтары ла булыр. Улар беҙ эшләгән кейемдәргә ҡарап үҙҙәренең ҡайһы бер һорауҙарына яуап та алыр, өлгө итеп тә ҡабул итер. Ҡулдарым тыуҙырған традицион башҡорт костюмы ла кем өсөндөр ниндәйҙер кимәлдә илһам сығанағы булып торһа, бик шатланыр инем.
Милли кейемебеҙ менән шөғөлләнеүселәр күҙгә күренеп оҫтара, ошо кәсеп менән ҡыҙыҡһынып, уға тотоноп китеүселәр ҙә торған һайын арта, шуға ла быйылғы “Тамға”ла ныҡ көслө көнәркәшлек булыуы ихтимал, тигән уйҙамын. Был иһә халҡыбыҙҙың матди мәҙәниәтенең яңы һулыш алғанына ҙур дәлил булыр! – ти Зөлфиә.
– Бөгөнгө сараға Ҡурған башҡорттары кейеме өлгөһөндә килдем: яға таҡҡанмын, ҡайып сигелгән (тамбурлы) күлдәк, камзул кейеп, ҡушъяулыҡ ябынғанмын.
Милли кейемебеҙ менән 2018 йылда шөғөлләнә башланым. Тәүҙә түш биҙәүестәре эшләнем, аҙағыраҡ күлдәккә тотондом, унан елән дә тегеп кейергә, башҡа ҡашмау ҙа кәрәк булды – шулай үҙе бер комплекс тыуҙы. Маҡсатым – бөтә ете комплексты ла булдырырға һәм шәхси музейыма ҡуйырға, – ти “Башҡорт халыҡ кейеме – тергеҙеү (реконструкция)” номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булған Гөлсөм Хөсәйенова.
Күргәҙмәлә Гөлсөмдөң Бөрйән районына хас итеп эшләгән ҡашмауы, уҡалы еләне, алмиҙеүе ҡуйылған.
Башҡорт милли кейеме күргәҙмәһе 29 апрелгә ҡәҙәр эшләйәсәк. Халҡыбыҙҙың бай тарихын да, донъяға ҡарашын, фәлсәфәһен дә, көнкүрешен дә сағылдырған уникаль экспонаттарҙы йөрәгендә милли тойғолар йөрөткән һәр кем килеп ҡарарға тейештер.
Заһир ҠОТЛОСУРИН, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры урынбаҫары:
– Күргәҙмәнең әһәмиәте нимәнән ғибәрәт? Быға тиклем башҡорт милли кейеме күберәк сәхнәләге ялтырауыҡҡа ғына ҡайтарып ҡалдырылғайны. Ә традицион кейем – ул халыҡтың асылы, уның холоҡ-фиғелен, тарихын, йәшәйешен сағылдырған күренеш. Милли кейемде тергеҙеү менән шөғөлләнгән энтузиастар бик мөһим, уникаль эш алып бара: уларҙың миҫалында традицион кейем элементтары көндәлек кейемебеҙгә лә үтеп инә башланы. Бына бөгөнгө күргәҙмәне ҡарарға килеүселәрҙең дә төрлө милли аксессуарҙарын, үҙенсәлекле кейемен күрергә мөмкин булды. Әлеге күргәҙмә иһә милли кейемде өйрәнергә, уның тарихи өлгөләрен тегергә теләге булған күптәргә бай материал сығанағы булып тора.
Миллилекте көндәлек кейемебеҙгә индереү, йәштәрҙең дә ҙур теләк менән милли биҙәктәр һалынған кейем кейеп йөрөүе – ул беҙҙең матди-мәҙәни асылыбыҙға ҡайтыуға ҙур аҙым. Халҡыбыҙҙың традицион кейеменә “мода” индергән рухлы оҫталарҙың, кәсепселәрҙең уғата мөһим, маҡтаулы эш башҡарғанына афариндан башҡа һүҙ юҡ.
Ҙур-ҙур, дәрәжәле күргәҙмәләр менән бер рәттән республикабыҙҙың Милли музейында ҡуйылыу – “Тамға” конкурсында ҡатнашыусылар өсөн дә оло мәртәбә, уларҙың эшенә, тырышлығына бирелгән юғары баһа, тиергә кәрәк.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.