

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Шуныһы шатлыҡлы: милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар үҙ коллекцияларында халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана һәм хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра.
Тағы ла шуныһы: милли кейем менән этнографтар, тарихсылар һәм сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап. Быға аныҡ миҫал – “Арт-КВАДРАТ” мәҙәни үҙәгендә үткән, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнөнә арналған саралар.
Бында сағыу һәм күләмле программа планлаштырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар үҙ халҡының, республикаһының, ҡалаһының тарихын белә һәм өйрәнә, уның милли йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныша алды. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының үҙенсәлекле күргәҙмә-йәрминкәһе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең сувенир продукцияһы, милли биҙәүестәр, халыҡ кәсептәре изделиелары күргәҙмә-йәрминкәһе лә үҙенсәлекле булды.
– Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн оҫталарыбыҙҙан тыш күҙ алдына килтереп булмай, сөнки улар милли кейемде популярлаштырыу йәһәтенән ҙур эш башҡара, аксессуарҙар һәм биҙәүестәр эшләй. Бындай эксклюзив әйберҙәр, ғәҙәттә, сувенирға әүерелә, һәм, әлбиттә, Өфө ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә, – ти “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы директоры Кәрим Кайдалов.
Күргәҙмәлә иһә нимә генә юҡ ине! Сағыу аксессуарҙар, этно-стилдәге биҙәүестәр, башҡорт түшелдерегенең элементтары менән биҙәлгән футболкалар, түбәтәйҙәр, галстуктар, милли биҙәкле сумкалар, ағас әйберҙәр, открыткалар, значоктар, башҡорт дебет шәле һәм милли кейемдәге ҡурсаҡтар... Хатта балалар өсөн зиһенде үҫтереүсе этно-уйындар һәм эксклюзив этно-прәниктәр ҙә бар ине.
Бынан тыш, “Арт-КВАДРАТ” майҙансыҡтарында кейеҙ баҫыу, туҡыусылыҡ, этно-стилдә сумкалар, аксессуарҙар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто берлектә ойошторған профессиональ һәм йәш дизайнерҙарҙың коллекцияларын – милли кейем өлгөләрен күрһәтеү сараһы айырыуса күркәм күренеш булды.
Төп сәхнәлә көн дауамында мәҙәниәт учреждениеларының профессиональ коллективтары, республиканың һәм ҡаланың сәхнә оҫталары, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында байрам концерты барҙы.
Г. РӘСҮЛЕВА.