Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2022, 14:59

Тарихыбыҙға ихтирам күрһәттек

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Милли кейем көнө һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә үткән аҙнала “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Дуҫлыҡ иле биҙәктәре” тип исемләнгән балалар халыҡ бейеүҙәре асыҡ республика конкурс-фестивале лә үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән коллективтар йыйылды – Ғафури, Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Яңауыл һәм башҡа район-ҡалаларҙан килгән балалар өсөн был сара бейеү байрамына әүерелде.

Быға тиклем онлайн шарттарҙа ойошторолған һайлап алыу турында 40-тан ашыу коллектив видео­яҙмаларын конкурсҡа ебәрһә, улар араһында иң уңышлылар тип 14 коллектив таныла.

– Конкурс республикабыҙҙа икенсе тапҡыр үткәрелә. Барлығы 300-гә яҡын бала ҡатнашты. Йәш бейеүселәрҙе үҫтереү, балалар араһында халыҡ бейеүҙәрен популярлаштырыуҙы маҡ­сат итеп ҡуя был фестиваль, – тине “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин.

Райондарҙан килгән коллективтар менән дә таныштыҡ. Миәкә районынан “Балҡыш” өлгөлө балалар бейеү ансамбле сығыш яһаны.

– Беҙҙең ансамблгә 22 йыл. Бынан ике йыл элек тә ошо конкурста ҡатна­шып, лауреат булғайныҡ. Был юлы ла балалар дәртләнеп әҙерләнде. Бейеү ул матурлыҡ, һаулыҡ икәнле­ген йәш быуын бәләкәйҙән белеп үҫә, – тине ансамбль етәксеһе Светлана Ғәлләмова.

Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән балалар ҙа бик ихлас һөйләште.

– Ҡайһыларыбыҙ баш ҡалаға беренсе тапҡыр килде. Өфө бик оҡшай, байрам да бик матур ойошторолған, – тигән фекерҙәр ишеттек ҡыҙҙарҙан.

“Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамбле был ауылда 1992 йылдан алып эшләп килә. Әле унда балалар өс төркөмдә шөғөлләнә – бәләкәйҙәр, өлкәндәр һәм егеттәр төркөмө.

– Бәләкәй генә ауылдан ошондай ҙур конкурста һайлап алыу турынан үтеүе­беҙ, ҡалаларҙан, ҙур ауылдарҙан кил­гән коллективтар менән бер сәхнәлә сығыш яһауыбыҙ үҙе ҙур бәхет. Былтыр ҙа ошо конкурста ҡатнашып, лауреат булдыҡ. Конкурсҡа йөрөгән һайын балаларҙың һәләттәре асыла, дуҫтары ла күбәйә бара, – тине ансамбль етәксеһе Зарифа Аралбаева.

“Башҡортостан” концерт залы алдында коллективтарҙың милли кейемдәрҙә теҙелешеп үтеүе үҙе бер матур күренеш булды. Уны йәш һәләттәр ҡатнашлығында гала-концерт алмаштырҙы.

Береһенән-береһе сағыу коллективтар араһынан жюри иң-иңдәрен һайлап алды. Һөҙөмтәлә гран-приға Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Ҡояшҡай” халыҡ хореография театр-студияһы лайыҡ булды.

Милли кейем көнө сиктәрендә “Баш­ҡортостан” концерт залы фойеһында республикабыҙҙа йәшәүсе милләт­тәрҙең “Халыҡтың сигелгән тарихы” исемле таҫтамалдар күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Унда йөҙгә яҡын таҫтамал урын алды. Башҡорт, татар, мари, сыуаш һәм башҡа милләт халыҡтарының таҫтамалдарының һәр береһенең үҙ биҙәге, үҙ тарихы бар. “Таҫтамалдарҙың ҡайһыларын – туйға, ҡайһыларын бала тыуғанда биргәндәр, ҡыҙҙың егетенә хәрби хеҙмәткә киткән сағында бүләк ителгәне лә һаҡлана”, – тип боронғо таҫтамалдарға байҡау яһаны Башҡортостан Республика­һының Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Миңзиә Каспранова.

Милли костюм көнө тағы ла бер үҙенсәлекле байрам менән иҫтәлекле булды. Башҡортостан Республикаһы­ның Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Бөрйән районы Әбдел­мәмбәт ауылы ағинәйҙәре балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Онотолоп ҡалған һөнәр – сергетыш эшләү ҙә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

 

Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.

Читайте нас в