Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Апрель 2022, 15:08

Йәштәр өсөн мөһим

ye102.ru
Фото:ye102.ru

Өфө күп профилле һөнәри колледжында Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнөнә арналған “Йолаларҙы һаҡлап киләсәкте булдырабыҙ” исемле сара үтте.

Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнашты һәм түбәндәге фекерен белдерҙе.

– Милли кейем бай эстәлекле китап төҫлө, уның һәр детален асырға һәм уҡырға мөмкин. Уның һәр элементы халыҡтың йәшәйешенә, тарихына бәйле бер үҙенсәлекте һөйләй. Бөгөн илебеҙҙә халыҡтарҙың рухи мираҫына, мәҙәниәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу ҙур. Быйыл ил Президенты ағымдағы йылды Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан итте. Был беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки был тема менән күптән һәм һаҡсыл рәүештә шөғөлләнәбеҙ, күп ғәмәлдәрҙе тергеҙәбеҙ. Әлбиттә, был йүнәлешкә федераль кимәлдә ярҙам итеү бик мөһим. Шулай уҡ илебеҙҙә быйылдан башлап Рәсәй халыҡтары телдәренең ун йыллығы башлана. Тел дә – мәҙәниәттең бер өлөшө. Шуға күрә бындай саралар беҙгә рухи, тарихи хәтерҙе һаҡларға һәм уларҙы киләсәк быуынға тапшырырға ярҙам итә. Ә милли кейем, биҙәүестәр менән шөғөлләнгән оҫталар араһында йәштәрҙең арта барыуы ҡыуандыра, – тине Эльвира Айытҡолова.

Өфө киң профилле урта һөнәри белем биреү колледжы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Сынтимер Баязитов иһә, Милли кейем байрамы – ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли байлығыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу, быуындан-быуынға күсереп, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатында эшләнгән ҙур сара ул, –  тине.

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында милли биҙәүестәр эшләүсе оҫтабикә Дилара Асаинова ла бар ине.

– Милләтебеҙҙең үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге беҙҙең ҡулда. Ошо изге уй менән беҙ башҡорт биҙәүестәрен эшләй башланыҡ. Боронғоса һаҡал һәм яғаларҙа бай тарихыбыҙҙы сағылдырабыҙ. Заманса стилләштерелгән селтәрҙәр үҙебеҙҙе һәм балаларыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләр, тип ышанғы килә. Туған телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү өсөн Милли кейем байрамы – ҙур этәргес, – ти Дилара ханым.

Ул шулай уҡ башҡорт милли биҙәүестәрен, селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, унда колледж уҡыусылары бик ихлас, теләп ҡатнашты, үҙҙәренә биҙәүестәр эшләргә лә өлгөрҙө. Башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралы – ҡумыҙ үҙенсәлектәре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов таныштырҙы. Танылған оҫта, Салауат ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Эльвира Ҡазиәхмәтова кейеҙҙән яһалған әйберҙәр, йәш оҫта Гөлнур Ғәббәсова этно-стилдә яһалған биҙәүестәр тәҡдим итте. Шулай уҡ сара сиктәрендә һәләтле педагог, дизайнер Эльвира Ефимовская етәкселегендәге “Яңы быуын” дизайн-театр коллекцияһы күрһәтелде. Өфө күп профилле һөнәри колледжының “Яңы быуын” дизайн-театры 2014 йылдың 1 сентябрендә барлыҡҡа килгән. Театрҙың маҡсаты һәм бурысы – тематик шоу-коллекциялар, дизайн-спектаклдәр ойоштороу, кейем моделдәре булдырыу һәм уларҙы сәхнәлә күрһәтеү. Былар барыһы ла колледжда белем алыусылар араһында ижади булмышлы, һәләтле йәштәрҙе асыҡлауға, уларға илһам һәм эшлекле этәргес биреүгә булышлыҡ итә. Сара ҡунаҡтары шулай уҡ “Башҡортостан етештереү комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә милли кейемдәр, “Рус халыҡ костюмы: тарихы һәм сығышы” (Өфө күп профилле профессиональ колледжы) күргәҙмәһе, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың ижади эштәрен ҡарай алды. Сараға шулай уҡ “Ике яҡлы сыуашса сигеү” оҫталыҡ дәресе, Өфө күп профилле профессиональ колледжы оҫталары әҙерләгән милли аш-һыу күргәҙмәһе төрлөлөк индерҙе. Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен, рухиәтен һаҡлауға, йолаларҙы, милли кейемдәрҙе тергеҙеүгә, йәш быуын вәкилдәрендә милли рух тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн бер төркөм ижадсылар, әүҙемселәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Байрам колледж уҡыусылары әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас в