22 апрелдән 1 майға тиклем республиканың һәр район һәм ҡалаһында урындағы ижади коллективтар ҡатнашлығында концерттар үтәсәк.
12 апрелдән 5 майға тиклем илдең алты федераль округында – Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер – “ZaРоссию” музыкаль-патриотик марафондары үтәсәк.
Унда бәләкәй һәм урта ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡатнаша, улар популяр рок- һәм поп-башҡарыусыларҙың концерттарын ҡарай, ә финалда илдә йәшәгән һәр кем өсөн киләсәккә ышанысты символлаштырыусы “Йөрәктәребеҙ яҡтыһы” эстафетаһына ҡушыласаҡ.
Бынан тыш, теләүселәр илебеҙ тураһында “Белем” Рәсәй йәмғиәте эксперттарының лекцияларында аң даирәһен киңәйтә ала, программа өс тректы берләштерә. Беренсеһе – “Яңы офоҡтар” рәсәйҙәр өсөн яңы ысынбарлыҡта асылған мөмкинлектәрҙе һәм перспективаларҙы күрһәтәсәк. Белгестәр производствоның төрлө тармаҡтарын үҫтереү прогноздары менән уртаҡлашасаҡ, импортты алмаштырыу, заманса технологиялар һәм яңы бизнес-проекттарға мохтаж уйымдар хаҡында һөйләйәсәк. “Рәсәйҙең донъялағы роле” трекы сиктәрендә төрлө гуманитар белем өлкәләренән профессионалдарҙың сығыштары планлаштырылған, бында дәүләттең формалашыу процесы, уның үҙаллылығы һәм ваҡыттың төрлө осорҙарында стратегик мәнфәғәттәре тураһында һүҙ барасаҡ. “Беҙ бергә” трегы программаһында – төрлө халыҡтарҙың йолаларын һәм рәсәйҙәрҙең спортта, мәҙәниәттә, башҡа өлкәләрҙәге билдәле ҡаҙаныштарын тикшереү. Шулай уҡ шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү, стресҡа ҡаршы көрәшеү алымдары һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Өфөлә “ZаРоссию” музыкаль-патриотик марафоны 22 апрелдә “Торатау” Конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта үтәсәк. Унда Мәскәүҙең рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", СерьГа һәм Сергей Галанин сығыш яһаясаҡ.
Башҡортостанда республика артистары ҡатнашлығындағы “ZaРоссию” марафоны 22-24 апрелдә үтәсәк. Марафондың программаһында республиканың һигеҙ ҡалаһы һәм ауылын үҙ эсенә алған дүрт музыкаль маршрут ҡаралған. Марафонда ҡатнашыусылар составында: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Zainetdin, Рәмил Бәҙәмшин, Раил Өмөтбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Александр Лынник, “Арғымаҡ” этно-төркөмө, Карина Низамова һәм “Prado” төркөмө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Йомағәлиева, Илдар Абдуллин, Өфөнөң Ҡала Мәҙәниәт йорто солисты Радмир Хәсәнов, Вилдан Абраров һәм район-ҡалаларҙың ижади коллективтары.
Республикалағы концерттар графигы:
22 апрель – Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев майҙаны
23 апрель – Сибай ҡалаһы, “Урал аръяғы” күп функциялы комплексы, Ленин урамы, 15/1
23 апрель – Күмертау ҡалаһы, “Күмер сығарыусылар” мәҙәниәт һарайы, Еңеүҙең 40 йыллығы, 1
23 апрель – Салауат ҡалаһы, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5
24 апрель – Нефтекама ҡалаһы, ”Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙан
24 апрель – Октябрьский ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт йорто, Геофизиктар урамы, 3
24 апрель – Үрге Ҡыйғы, район мәҙәниәт йорто, Совет урамы, 10
24 апрель – Бөрө ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт һарайы, Ленин урамы, 69
Фото: brl.mk.ru