Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 19:00

Ғалимә китабының исем туйынса саҡыра

Ике томлыҡ китапҡа Розалия Солтангәрәеваның ҡобайырҙары, халыҡтан яҙып алған йолалар ингән.

Ғалимә китабының исем туйынса саҡыра
Ғалимә китабының исем туйынса саҡыра

Иртәгә, 21 апрелдә, күренекле ғалимә, фольклорсы, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәева китабының исем туйына саҡыра.

Баҫма “Башҡорт фольклоры: семантика, функциялар һәм йолалар” тип атала. Китап ике томлыҡ.

Автор ҡобайыр, сәсәнлек, йолалар тураһында һөйләйәсәк. Сара Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә уҙғарыла. Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4.

Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: