2021 йылда булдырылған гранттар тураһында былтыр Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә хәбәр иткәйне. Быйыл 1-се конкурс һөҙөмтәһендә 22 муниципаль берәмектәге 39 еңеүсенән (коммерцияла булмаған йәмғиәттәр һәм муниципаль учреждениелар) Башҡортостанға 27,7 миллион һум аҡса йәлеп ителде. Башҡортостан мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив (ижади) индустрия өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары алыу буйынса илебеҙҙең алдынғы ун субъекттары иҫәбенә инә.
Конкурсҡа:
* мәҙәниәт һәм академик (классик) сәнғәт өлкәһендәге проекттар;
* тармаҡ-ара, мәҙәни-селтәр һәм кроссмәҙәни йүнәлештәге проекттар;
* мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия (шул иҫәптән цифрлы технологиялар) өлкәһендә белем биреү һәм остазлыҡ буйынса проекттар;
* мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү буйынса проекттар;
* креатив индустрия (шул иҫәптән әҙәбиәт һәм нәшер эшендә, дизайн, мода, арт, музыка һәм саунд-дизайн, архитектура, урбанистика, яңы медиа, технологиялар, кино, театр, уйын мультимедиаһы, креатив индустрия инфраструктураһын булдырыу һәм үҫтереү өлкәһендәге проекттар;
* мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә фестивалдәр үткәреү, премиялар биреүҙе күҙ уңында тотҡан проекттар;
* мәҙәниәт, сәнғәт һәм креатив индустрия өлкәһендә стартаптар;
* заманса популяр мәҙәниәт өлкәһендәге проекттар ҡабул ителә.
#ФондПрезидентскихГрантов
Фото: https://kamgov.ru/agpublic