Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 17:00

Барыһы ла талдан үрелгән!

Әбйәлил районынан Рәйес Әхмәтовтың мурҙа, түтәл өсөн ҡоймалар, ситән, тауыҡ, ҡаҙ оялары һәм башҡа әйберҙәре барыһы ла йәш талдан яһалған.

Барыһы ла талдан үрелгән!
Барыһы ла талдан үрелгән!

Була бит арабыҙҙа оҫта ҡуллы кешеләр! Шундай оҫталарҙың береһе - Әбйәлил районының МТС ауылында йәшәй. Рәйес Әхмәтов хаҡлы ялда, баҡса үҫтерә, умарта тота. Яҙ еткәс, ул үҙенең яратҡан шөғөлөнә тотона: йәш талдан төрлө кәрзинкәләр, тауыҡ, ҡаҙ оялары, балыҡ тотоу өсөн мурҙа, түтәл өсөн ҡоймалар, ситәндәр үрә. Оҫтаның даны ете ауылға тарала, тигәндәй уның әйберҙәре күрше райондан, Силәбе өлкәһенән дә һорап килеүселәр күп.

-Һуңғы ваҡытта Магнитогорск ҡалаһында йәшәүселәр бесәйҙәре өсөн йорт (һауыт) һорайҙар. Әле шуны эшләйем, - ти Рәйес Хәсән улы.

Әйткәндәй, Әбйәлил оҫтаһы тураһында тиҙҙән гәзит биттәрендә тулыраҡ таныштырып үтәсәкбеҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: