Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Апрель 2022, 12:00

“Уның һәр йыры хитҡа әйләнә...”

Яҡташыбыҙҙың бер йырын 70 миллион кеше тыңлаған.

“Уның һәр йыры хитҡа әйләнә...”
“Уның һәр йыры хитҡа әйләнә...”

“Рәсәй 1” телеканалында Андрей Малаховтың  “Күңелдән сыҡҡан йырҙар” тапшырыуының сираттағы сығышында Өфөнән 35 йәшлек Эдуард Хөснөтдинов ҡатнашты. “Был ҡунағыбыҙ – Өфөнән. Уның һәр йыры хитҡа әйләнә, һәм бөгөн унан интернетта 70 миллион кеше тыңлаған йырын башҡарыуҙы һораныҡ”, - тип таныштырған Андрей Малахов яҡташыбыҙ менән.

Башта Эдуард - үҙе яҙған  “Күңелем йылына” тигән йырын, артабан башҡорт телендә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфөнөң почетлы гражданы һәм башҡа маҡтаулы исем-дәрәжәләргә эйә Рим Хәсәновтың күптәребеҙ яратып тыңлаған  “Ҡышҡы романс” әҫәрен башҡарған. “Беренсе тапҡыр федераль каналда булдым, тик ыңғай тәьҫораттар алдым. Яңы тәжрибә, яңы танышыуҙар – быларҙың бөтәһе лә яҡшы. Барыһы ла тиҙ генә үтте, әлбиттә, эфир ваҡытында бер аҙ тулҡынландым”, - тип белдергән Эдуард Хөснөтдинов “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы журналисы Ләйлә Аралбаеваға.

Фото, видео: “Башинформ”.

“Уның һәр йыры хитҡа әйләнә...”
“Уның һәр йыры хитҡа әйләнә...”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: