Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 09:40

“Ҡарашығыҙ юғарыла булһын”

Эшмәкәрлектә алтын урталыҡ мөһим.

Ҡыҙыҡлы осраҡ – яҙыусы, журналист Айгиз Баймөхәмәтов менән әңгәмә уның тыуған көнөнә тура килгәйне. Шуғалырмы, яҙмам геройы яҡшы кәйефтә генә түгел, уйсан да күренә ине. Һөйләшеүебеҙ ҙә бер ни тиклем ижад, журналистика, әҙәбиәт, тормош хаҡында фәлсәфә һымаҡ килеп сыҡты.

– Һуңғы арала ижадыңа бәй­ле ниндәй ваҡиғалар булды?

– Тыва драма театры “Ҡал­дырма, әсәй!” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде сәхнәгә сығарҙы. Режиссеры – “Хыялға ҡаршы”ны (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ошо уҡ повесть буйынса сәхнәләштерелгән спектакль – авт.) ҡуйған Илсур Ҡаҙаҡ­баев. Илсур менән ижади хеҙмәттәшлек – минең өсөн бәхетле осраҡ, сөнки 2016 йылда театр сәхнәһенә сыҡҡан “Хыялға ҡаршы” спектакле уңыш ҡаҙанды, тамашасыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бүрәт Республикаһында фестивалдә булғанда улар спектаклде оҡшатты һәм Илсурҙы был сәхнә әҫәрен үҙҙәрендәге театрҙа ла ҡуйырға саҡырҙы. 

Рәсәйҙә “Театр” исемле телевидение каналы бар. “Хыялға ҡаршы”ны ошо телеканал аша күрһәткәндә, уға Ҡаҙағстандағы Станиславский исемендәге Ҡарағанда рус драма театры иғтибар итә. Шулай итеп, был әҫәрем Ҡарағандала рус телендә сәхнәгә сыҡты. Артабан Тыва драма театры ла спектаклде үҙҙәрендә ҡуйҙы.

– Был әҫәрҙең ҙур уңыш сере нимәлә икән?

– Әҫәр балалар, ғаилә ҡиммәт­тәре тураһында. “Ҡалдырма, әсәй!” повесында етемлек тураһында һүҙ барһа ла, уның төп идеяһы – ата-әсәнең ҡәҙерен белеү. Бөгөнгө йәмғиәткә был ҡиммәттәр бигерәк яҡындыр инде. Тағы бында милли сикләүҙәр юҡ, ул әҫәр төрлө халыҡтарға ла берҙәй ҡыҙыҡлы. Икенсенән, режиссерҙың һәләте һәм оҫта­лығы ла үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, әлбиттә.

– Һиңә 33 йәш тулды. Үҙең­дең фиғелеңдән ҡәнәғәтһеңме?

– Ике яҡлы хистәр кисерәм: ҡәнәғәтмен дә, түгелмен дә. Башта шундай уй-идеялар ҡайнай, ә уларҙы бойомға ашырып, ҡағыҙға төшөрөргә йә ваҡыт юҡ, йә ялҡауланам, матбуғат эше лә айырым көс, ваҡыт талап итә. Яҙырға теләп тә, әле ҡәләм осона ҡунмаған әйберҙәр барлығы күңелде ҡыра. Артҡа әйләнеп ҡарайым да... “Ҡалдырма, әсәй!” китабының данаһы йөҙ меңдән артып киткән. Минеңсә, был – ҙур күрһәткес. Шулай ҙа, элек яҙған әҫәрҙәремде уҡып ҡарайым да, үҙем менән риза түгелмен. Әлбиттә, был үҙенә күрә үҫештер ҙә. Ижад кешеһенең күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән мәлдәре була, был миңә лә хас күренеш. Хатта бар әҫәрҙәремде бер йәшниккә йыйып, сығарып ташлау уйы ярала...

– Булгаков, Гоголь кеүек мәшһүр классиктар әҫәрҙәрен яндырған бит...

– Мин үҙемде улар менән сағыштырмайым, бары тик үҙем­дән ҡәнәғәт булмаған саҡтарым да етерлек. Тоғро уҡыусыларым бар, яҙғандарымды халыҡ үҙ итә икән, тимәк, барыһы ла юҡҡа түгелдер, тип шунан үҙемде тынысландырам. Үҙем менән риза булмаған осорҙарым яҡшығалыр ҙа, сөнки был шапырынырға, танау сөйөргә ирек бирмәй.

Ижади мөхиттә төрлө милләт­тән булған дуҫтарым күп, шуға ҡыуанам. Ҡайһы республикаға барһам да, дәрәжәләренә, вазифаларына ҡарамай, хөрмәт итеп, ҡолас йәйеп ҡаршы алып торалар. Уларҙың һәр береһе үҙ төбәгендә әҙәбиәттә танылыу яулаған. Яҡшы кешеләр араһында йөрөп, үҙем дә игелеккә ынтылам.

– Башҡа төбәктәрҙәге әҙип­тәр менән ижади дуҫлыҡ бул­дырғас, уларҙың әҙәбиәттәре менән дә яҡшы танышһыңдыр. Башҡа республикаларҙыҡы менән сағыштырғанда, беҙҙең башҡорт һүҙ сәнғәтенең хәле нисек?

– Төрлө республикаларҙа әҙәбиәт кимәле төрлөсә, ул халыҡ һанына ла ҡарай. Беҙҙең ла­йыҡлы, әҫәрҙәре Рәсәй, донъя кимәленә сығырлыҡ яҙыусыла­рыбыҙ бихисап. Тәржемә генә етеңкерәмәй. Совет осоронда һәр халыҡ үҙенең яҙыусыларын киң майҙанға күрһәтә белгән, бөгөн был йәһәттән хәл ҡатмарлыраҡ, тип әйтер инем. Һәр яҙыусының үҙенән дә тора инде, мөмкин­лектәрҙән файҙаланып, әҫәрҙәрен халыҡ-ара кимәлгә йышыраҡ сығарһындар ине.

Башҡорт әҙәбиәтендә йәш прозаиктар аҙ. Шағирҙар бар, ә сәсмә әҫәр яҙғандар етмәй – был борсоуға һала. Йәш яҙыусыларға әүҙемлек етмәй, һәр хәлдә, миңә шулай тойола. Нәшриәт ҡанундары буйынса, авторҙарҙың китабы яҡынса мең дана менән биш йылға бер сыға. Был осраҡта уларҙы уҡыған кешеләр ҙә аҙ.

– Йәш яҙыусылар ниндәй өлкәлә әүҙемлек күрһәтергә тейеш? Үҙҙәрен рекламалау, тәҡдим итә белеү хаҡында һүҙ барамы?

– Әлбиттә, үҙҙәрен таныта ла белергә тейештәр. Мәҫәлән, тауыҡ алтын йомортҡа һалды, ти. “Мин алтын йомортҡа һалдым!” – тип һөрәнләмәһә, йомортҡаның алтын икәнен бер кем дә белмәй бит.

“Әҙәбиәтебеҙҙә шул-шул апай­ҙың романы бар, ул театрҙарҙа сәхнәләштерелгән шундай-шундай әҫәрҙәрҙән бер ҙә кәм түгел!” – тигәнерәк фекерҙәрҙең күп булыуы, был һүҙҙәрҙең бик оҙаҡ һөйләнелеүе мөмкин, ә бит бары тик ошо юҫыҡта тәғәйен эш алып барырға кәрәк.

– Йәш яҙыусыларға тағы ниндәй теләк-кәңәштәрең булыр?

– Ҡараштары юғарыла булһын. Күп нәмә йәштәрҙең үҙенән, сос­лоҡтарынан, тырышлыҡтарынан тора. Ҡыҙыҡ ҡараш: ҡайһы ваҡыт әҙәбиәт өлкәһендә үҙ урынын алырға теләгәндәргә башта “әле һин йәш”, аҙаҡ инде, ваҡыт үткәс, “хәҙер һуң инде” тиҙәр. Ошондай хәлгә юлыҡмаһын йәштәр, ваҡытында ижад итә белһен.

– Үҙеңде, ижадыңды күрә алмаусылар, быны асыҡтан-асыҡ белдереүселәр бармы?

– Бар, әлбиттә. “Ҡалдырма, әсәй!” китабы менән танылыу алғанда миңә 23 йәш ине. Шәйех­зада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын да йәшләй, 26-ла бирҙеләр. Кемгәлер былар оҡшап етмәне, ярайһы уҡ тәнҡит һүҙҙәрен дә ишетергә тура килде.

Йәшәй килә, тирем ҡалынайҙы – бындай осраҡтарға хәҙер фәлсәфәүи күҙлектән ҡарайым. Шулай булырға тейештер, тим. Ыңғай үҙгәрештәргә, үҫергә этәргән “һау” тәнҡит тә бар – был дөрөҫ, бындай тәнҡиткә рәхмәт әйтәм. Ә күрә алмау, насар уй менән һуғарылғанына юлыҡһам, ундай кешеләрҙе ишетмәҫкә, уларға иғтибар итмәҫкә тырышам.

– Йөҙөңә бәреп әйткәндәре булдымы?

– Төрлө мәлдәр булды. Интернет селтәрҙәрендә мин үҙҙәренә ҡарата бер ҡасан да насар һүҙ әйтмәгән кешеләрҙең дә тиктомалдан бер туҡтауһыҙ тәнҡит­ләгәне менән дә осрашырға тура килде. Шәхескә күскәндәр, тормош юлынан хилафлыҡ эҙләгәндәр ҙә табылды. Уларҙың барыһын да аңлап, еңел ҡабул итәм.

– “Шоңҡар” республика йәштәр журналына етәкселек итеүеңә лә бер нисә йыл. Ошо ваҡыт эсендә, баш мөхәррир булараҡ, ниндәйҙер һығым­талар ҙа яһалғандыр...

– Журнал сығарыу айышына нығыраҡ төшөндөм, уҡыусыларҙы тойорға өйрәндем. Баш мөхәррир генә түгел, һәр журналист кешеләрҙең  баҫмаларҙан нимә көткәнен, нимә уҡырға теләүен яҡшы белергә тейеш. “Башҡорт­остан” гәзите кеүек, интернет киңлегендә эште әүҙемләштерҙек. “Шоңҡар” – республика журналдары араһында сайты иң популяр баҫма, унда инеп мәғлүмәт ҡарау айына 200 меңгә етә. Телебеҙ интернет донъяһында ла йәшәргә тейеш. Бының өсөн башҡортса контент булдырырға кәрәк. Ошоноң өҫтөндә эшләйбеҙ, һәм был эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алыуыбыҙ, ҡыуаныслы күренеш.

– Сайтта, социаль селтәр­ҙәрҙә әүҙемлек, тигәнгә иғтибар йүнәлтһәк, уҡыусының иғти­барын йәлеп итер өсөн баҫ­малар бер мәл йә кире, йә ләститкә оҡшаш хәбәрҙәр ҡуйырға әүәҫләнеп киткәйне. Быға ҡарашың нисек? Ундай хәбәрҙәрһеҙ уңышҡа өлгәшеп булмаймы әллә?

– Бында алтын урталыҡ мөһим. Беҙ, мәҫәлән, журнал булғас, әҙәби әҫәрҙәр баҫтырабыҙ, уларға ихтыяж ҙур. Ҡайһы саҡ бер хикәйәне көнөнә биш мең кеше уҡый. Тормош булғас, төрлөһө була, кире хәбәрҙәр ҙә баҫтырырға тура килә, әммә барыбер яҡшы, яҡты яҡҡа баҫым яһарға тырышабыҙ.

– Ниңәлер кешеләрҙең иғтибарын ғауғалы, ғәйбәткә оҡшаған мәғлүмәттәр нығыраҡ тарта. Бындай хәбәрҙәр баҫ­маларҙың кимәлен төшөрмәй­ме, нисек уйлайһың?

– Ихтыяж тәҡдимде тыуҙыра, тиҙәр. Бындай мәғлүмәт интернет селтәренә ҡуйылған хәлдә лә, ул журналда баҫылмай. Ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәттәрҙе, мәҡә­ләләрҙе ҡаты иләк аша үткәреп, һайлап алабыҙ.

– Йәштәр журналының баш мөхәррире булараҡ, бөгөн башҡорт матбуғатында йәш журналистар етерлекме, тигән һорауға нисек яуап бирерһең?

– Милли матбуғатта күберәк энтузиастар эшләй. Улар рух, халыҡҡа тоғролоҡ, уға хеҙмәт итеү тигән төшөнсәләрҙе яҡшы аңлай. Матди байлыҡ артынан ҡыуған кешегә матбуғатта урын юҡ. Журналистикаға килгән йәштәр күп булмаһа ла, бар, әлбиттә.

– Күршеләргә, Ҡазанда сыҡҡан “Иҙел” йәштәр журналына күҙем төштө лә уның заманса, үҙенсәлекле биҙәлешенә һоҡланмайынса булдыра алманым. “Шоңҡар”ҙы ла шулай сығарып, яңы һулыш өрөп буламы?

– Журнал сығарыу өҫтөндә эшләгәндә дизайнға күп иғтибар бүлә, “Шоңҡар”ҙың биҙәлешен үҙгәртә башланыҡ. Шәп, юғары кимәлдә эшләгән дизайнерҙы бындағы эш хаҡына йәлеп итеп булмай. Йәнә лә башҡорт телен яҡшы белгән белгесте табыуы ла ҡыйын.

– Айгиз Баймөхәмәтов тормошта ниндәй кеше?

– Минең менән яҡындан аралаша башлаһалар, ғәҙәттә, “ һине эре, тәкәбберһеңдер, тип уйла­ғайным”, тиҙәр. Ғәмәлдә ҡайһы ваҡыт был “битлегем”дең һаҡланыу сараһы булып торғанын аңланым. Тормош принцибым – һәр ваҡыт ябай булып ҡалырға. Икенсе принцибым – тоғролоҡ. Дуҫлыҡҡа, мөнәсәбәттәргә, ина­ныстарға...

– Яҙмыш елкәгә һынауҙар өйһә лә, нисек тормошҡа булған һөйөүҙе, кешеләргә булған ышанысты, күңелдәге эскер­һеҙ­лекте һаҡлап ҡалырға?

– Хыял менән йәшәргә кәрәк. Тағы ла бер ысул: кәйеф ҡырылған, ауырлыҡтар күңелде төшөргән саҡта ятам да йоҡлайым (йылмая – авт.). Балалар йортонда йәшәгәндә, кәйеф ҡырылһа, ҡыйын булһа, урманға сығып китә торғайным. Урман буйлап йөрө­йөм, хыялда ҡорған донъямды күҙ алдына килтерәм. Тәүге хыялдарымдың береһе Өфөгә университетҡа уҡырға инеү булғандыр, был бөтөнләй буй етмәҫлек бейеклек булып күренә ине. Сынъяһау костюмда матур университет бинаһына инеп барам икән, тип күҙ алдыма килтерә торғайным. Ошо ғәмәл төшөн­көлөккә бирелмәҫкә ярҙам итте.

 

Айгөл ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.

Читайте нас в