Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 23:00

Берҙәмлектә – көс

"Ике арала хеҙмәттәшлек башлана ғына әле”, - тине Радий Хәбиров.

Берҙәмлектә – көс
Берҙәмлектә – көс

Бөгөн, 22 апрелдә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Донбасс” атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең берләшкән концерты булды.  

Күркәм тамашала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Башҡортостан менән Донбассты элек-электән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың ҡанына һалынған. Донбасста геройыбыҙ, генерал–майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған һәм ерләнгән. Донбасс еренә тиҙерәк тыныслыҡ килһен ине. Беҙ уға электән ярҙам итәбеҙ. Бынан ары ла бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйәсәкбеҙ, ижади коллективтар менән алмашасаҡбыҙ, бергәләп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Барыһы ла башлана ғына әле”, – тине һәм “Донбасс” ансамбленең генераль директоры - художество етәксеһе Ольга Горячеваға Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

1937 йылда композитор Зиновий Дунаевский тарафынан ойошторолған “Донбасс” АҠШ-та, Бразилияла, Төньяҡ Кореяла, Испанияла, Ҡытайҙа халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булған. “Беҙ бергә” мәҙәни проекты сиктәрендә ансамбль Рәсәй төбәктәрендә уңышлы сығыш яһай. 85 йыллыҡ юбилейы уңайынан ижади коллектив  көҙ Рәсәй ҡалалары буйлап гастроль туры үткәрергә йыйына.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге  дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән “Донбасс” атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбленең берҙәм сығышы рухи берҙәмлеккә көслө дәлил булғандыр.

Фото: "Башинформ".

Берҙәмлектә – көс
Берҙәмлектә – көс
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в