

Күренекле шағирә, журналист, тәржемәсе, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Юлдашеваның “Һайланма әҫәрҙәр”енең исем туйын шиғырҙар, ҡурай моңо, йырҙар биҙәне.
Кисәлә ҡатнашыусылар шағирәнең ижады буйынса ихлас фекер алышты. Филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова үҙ сығышында Тамара Ишбулды ҡыҙының шиғриәтен ентекле байҡап, төплө баһа бирҙе. Рәсәй Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты исеменән уның рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡул ҡуйған Рәхмәт хаты уҡып ишеттерелде. Милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Фәтхетдинова, Федераль милли-мәҙәни автономия етәксеһе Искәндәр Юлдашев ҡәләм оҫтаһына ҡарата йылы тәбрикләү һүҙҙәрен әйтте.
“Был моңда бар мәғрур тауҙар тыны” исемле кисәлә яңғыраған шиғырҙар аша, ысынлап та, мәғрур тауҙар тыны тойолғандай булды. Шағирәнең ҡәләмдәштәре Фәрзәнә Аҡбулатова, Лилиә Ҡәйепова-Һаҡмар, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, азербайжан шағиры, тәржемәсе Балоглан Йәлил шәхесте һәм уның ижадын төрлө яҡлап асты. Тамара Искәндәриәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина башҡарҙы.
Автор фотоһы.