Быйыл вокаль конкурсҡа 50-нән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Ярыш һәр ваҡыттағыса дүрт этаптан тора. Шуларҙың тәүгеһе “Мир” йәштәр йортонда үтте.
Өс йыл дауамында үткән шоу-проект республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда сағыу сара булараҡ киң танылды, шуға күрә бәйгенең йылдан-йыл географияһы киңәйә. Был юлы ла Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Күгәрсен райондарынан, күрше Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Ҡыҙыл районынан күп балалар һәләттәрен һынап ҡарай.
Миҙгелдең остаздары ла яңырҙы. Һәләтле балалар менән Семён Мурзиков, Айым Рәхимова, Илнур Рамаҙанов һәм Лина Күлбулдина шөғөлләнә.
Вокаль ярыштың бөтә этаптарын да Сибай телевидениеһы, республика телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа ҡарап була. Әйткәндәй, 27 апрелгә тиклем үҙегеҙгә оҡшаған һәләтле бала өсөн смс-тауыш бирә алаһығыҙ. Конкурстың иң ҙур бүләге - 50 мең һумлыҡ сертификат!
Фото: Гөлдәр Ҡадаева.