Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 11:25

Ҙур концерттан ситтә ҡалмағыҙ!

Өс сәғәтлек ҙур сарала Рәсәй һәм Башҡортостан йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ. 

Ҙур концерттан ситтә ҡалмағыҙ!
Ҙур концерттан ситтә ҡалмағыҙ!

Бөгөн кис Өфөлә “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙансыҡта “ZаРоссию” музыкаль-патриотик марафоны үтәсәк. Унда Мәскәүҙең рок йондоҙҙары Александр Ф. Скляр һәм "ВА-БАНКЪ", "СерьГа" һәм Сергей Галанин сығыш яһаясаҡ.

Өс сәғәтлек концерт программаһына барлыҡ теләүселәр саҡырыла. Концерт киске сәғәт 5-тә башлана, инеү бушлай. Ойоштороусылар иҫ киткес ял һәм сағыу тәьҫораттар вәғәҙәләй. Рок-йондоҙҙарҙан тыш, концертта Карина Низамова һәм Prado төркөмө, Зәйнетдин этно-коллективы матур тамаша менән ҡыуандырасаҡ. Сара алдынан Өфөлә Конгресс-холл янындағы урамдарҙа транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде, шуға күрә концертҡа килергә теләгәндәргә маршрутты уйларға кәрәк.

Дөйөм алғанда, был концерттар 12 апрелдән 5 майға тиклем илдең алты федераль округында – Үҙәк, Төньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер – үтә. Унда бәләкәй һәм уртаса ҡалаларҙа йәшәүселәр ҡатнаша, улар популяр рок- һәм поп-башҡарыусыларҙың концерттарын ҡарай, ә финалда илдә йәшәгән һәр кем киләсәккә ышанысты кәүҙәләндергән “Йөрәктәребеҙ яҡтыһы” эстафетаһына ҡушыласаҡ.

Башҡортостанда республика артистары ҡатнашлығындағы “ZaРоссию” марафоны 22-24 апрелдә үтәсәк. Марафондың программаһында республиканың һигеҙ ҡалаһы һәм ауылын үҙ эсенә алған дүрт музыкаль маршрут ҡаралған. Марафонда ҡатнашыусылар составында: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Zainetdin, Рәмил Бәҙәмшин, Рәил Өмөтбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Александр Лынник, “Арғымаҡ” этно-төркөмө, Карина Низамова һәм “Prado” төркөмө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Полина Кобец, Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Йомағәлиева, Илдар Абдуллин, Өфөнәң Ҡала мәҙәниәт йорто солисы Радмир Хәсәнов, Вилдан Абраров һәм район-ҡалаларҙың ижади коллективтары.

Республикалағы концерттар графигы:

22 апрель – Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев майҙаны

23 апрель – Сибай ҡалаһы, “Урал аръяғы” күп функциялы комплексы, Ленин урамы, 15/1

23 апрель – Күмертау ҡалаһы, “Күмер сығарыусылар” мәҙәниәт һарайы, Еңеүҙең 40 йыллығы, 1

23 апрель – Салауат ҡалаһы, Салауат дәүләт башҡорт драма театры, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 5

24 апрель – Нефтекама ҡалаһы, ”Октябрь” кинотеатры алдындағы майҙан

24 апрель – Октябрьский ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт йорто, Геофизиктар урамы, 3

24 апрель – Үрге Ҡыйғы, район мәҙәниәт йорто, Совет урамы, 10

24 апрель – Бөрө ҡалаһы, ҡала мәҙәниәт һарайы, Ленин урамы, 69

Бынан тыш, теләүселәр бөгөн илебеҙ тураһында “Белем” Рәсәй йәмғиәте эксперттарының лекцияларында аң даирәһен киңәйтә ала, программа өс тректы берләштерә. Беренсеһе – “Яңы офоҡтар” рәсәйҙәр өсөн яңы ысынбарлыҡта асылған мөмкинлектәрҙе һәм перспективаларҙы күрһәтәсәк. Белгестәр производствоның төрлө тармаҡтарын үҫтереү фараздары менән уртаҡлашасаҡ, импортты алмаштырыу, заманса технологиялар һәм яңы бизнес-проекттарға мохтаж өлкәләр хаҡында һөйләйәсәк. “Рәсәйҙең донъялағы роле” трекы сиктәрендә төрлө гуманитар белем өлкәләренән профессионалдарҙың сығыштары планлаштырылған, бында дәүләттең формалашыу процесы, уның үҙаллылығы һәм ваҡыттың төрлө осорҙарында стратегик мәнфәғәттәре тураһында һүҙ барасаҡ. “Беҙ бергә” трегы программаһында – төрлө халыҡтарҙың йолаларын һәм рәсәйҙәрҙең спортта, мәҙәниәттә, башҡа өлкәләрҙәге билдәле ҡаҙаныштарын тикшереү. Шулай уҡ шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү, стресҡа ҡаршы көрәш алымдары һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: