Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповатың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған халыҡ-ара кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. “Күп мәҙәниәтле киңлектә милли тел байлығының һәм журналистиканың проблемалары: тарих, хәҙере торош һәм перспективалар” тип аталған сарала абруйлы ҡунаҡтар, билдәле шәхестәр ҡатнашты.
Конференцияла яңғыраған сығыштар бик йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы булды. Айырыуса халыҡ шағиры Рәми Ғариповты күреп белгән, яҡындан таныш булған Ҡәҙим Аралбай, Ғиниәтулла Ҡунафин, Мираҫ Иҙелбаев кеүек әҙип һәм ғалимдарҙың шағир тураһындағы иҫтәлектәрен йәштәр ҡыҙыҡһынып тыңланы.
Халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған сараға онлайн алымда Ҡаҙағстан, Төркмәнстан республикалары, Пермь крайы һәм башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусыларҙың ҡушылыуы уның мртәбәһен арттырҙы.
- Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты коллективы бик матур сара ойоштороуға өлгәште. Уның барышында документаль сығанаҡтар менән танышыу, сит төбәктәрҙә лә Рәми ижады менән ҡыҙыҡһыныуҙарын белеү айырыуса йәштәр өсөн фәһемле булғандыр, тип уйлайым. Әйткәндәй, сығыштарҙа Рәми Ғариповтың йәштәр менән эшләүенә, уларға һәр ваҡыт ярҙам итеүенә айырым баҫым яһалды. Бындай форматтағы сара, бәлки, тантаналы кисәгә ҡарағанда ла фәһемлерәк, әһәмиәтлерәктер ҙә, сөнки күпме яңы фекер, яңы һүҙ әйтелде. Рәми Ғарипов - әҙип булараҡ та, шәхес булараҡ та асылып бөтмәгән сер. Уны киләсәктә әле асаһы ла асаһы... - тине конференция хаҡында фекере менән уртаҡлашып Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Ғөмүмән, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында Рәми Ғариповтың ижадын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Ике көн элек бында халыҡ шағирының шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурсы үткәйне. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә ойошторолған сарала шағирҙың ижадын яҡын күргән, өйрәнгән, уның рухында тәрбиәләнгән студенттар үҙ-ара көс һынашты. Бәйгеселәрҙе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова ҡатнашлығында жюри баһаланы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.