Йылайыр районының Бәрҙәш ауылында тәүге тапҡыр "Ҡайын һыуы" тип аталған фестиваль үтте. Элек-электән ҡайын ағасын һәр милләт бик ҡәҙерләп ҡараған, унан утын әҙерләгән, туҙынан төрлө һауат-һаба, сувенир эшләгән, япрағынан шифалы миндек әҙерләгән. Ә бына ҡайын һыуын һәр яҙ күпләп йыйып алалар һәм уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡалдыралар.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов был хаҡта үҙенең "Бәйләнештәге" сәхифәһендә лә яҙған.
"Ошондай фестиваль үткәреү теләге күптән бар ине. Ниһайәт, был сараны үткәрҙек. Һәр кем беҙҙе уратып алған тәбиғәт ни тиклем байлыҡ биреүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе, уны артабан да һаҡлау, тәрбиәләү, киләсәк быуынға ҡалдырыу кәрәклегенә төшөндө. Йылайыр районының күп өлөшө урмандарҙан тора, һәм фәҡәт беҙҙә генә башҡа яҡтарҙа булмаған емеш-еләк, төрлө үләндәр һәм аҡ гөрөздә бәшмәге үҫә! Ә һомғол, һылыу ҡайындар тураһында әйтеп тораһы ла түгел..."
Фото: Борис Мелкоедовтың "Бәйләнештәге" сәхифәһенән.