Тәүге "ҡарлуғастар"ыбыҙ - Мәсетле районының “Ҡабырсаҡ” халыҡ ансамбле. Башҡорт фольклорына таянып ижад иткән ғәйәт үҙенсәлекле коллектив.
Ансамбль электән килгән Әй башҡорттары йолаларын тергеҙеүгә, милли мәҙәниәтте һаҡлау, популярлаштырыуға ҙур өлөш индерә. Төҙөүсеһе һәм етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова.
Төньяҡ-көнсығыш төбәк башҡорттары үҙҙәренә хас бейеү ритмын, күмәк һәм яңғыҙ бейеүҙәрҙең төрлө хәрәкәттәрен һаҡлап килә.
Иғтибарығыҙға “Ҡабырсаҡ”тарҙың "Орсоҡ" бейеүе видеояҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
"Ҡабырсаҡ" күңелегеҙгә хуш килде икән, тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, төркөмдәштәр!
Фото, видео коллективтың архивынан.