Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Апрель 2022, 22:30

Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа

Конкурста ҡатнашҡан артабанғы коллективты ҡаршы алығыҙ – Ишембай районының "Берғамыт" халыҡ бейеүҙәре ансамбле!

Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа
Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа

Яҡынса 20 йыллыҡ тарихы булған “Берғамыт” халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарына Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының бейеүҙәре ингән.

Уның концерттары һәр ваҡыт зал тулы тамашасы менән үтә. Был халыҡтың ихлас яратыуы тураһында һөйләй.

Коллективтың етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Мөхәмәтйәнов.

“Берғамыт”тар районда ғына түгел, Башҡортостан Хөкүмәте сараларында ла йыш сығыш яһай, республика кимәлендәге конкурстарҙа алдынғы урындар яулай.

Иғтибарығыҙға "Берғамыт" башҡарыуында дәртле Кавказ халыҡтары бейеүен тәҡдим итәбеҙ. Табандарынан ут сәсрәтеп торған таланттар өсөн тауыш бирегеҙ, дуҫтар!

Фото, видео: "Берғамыт"тың шәхси архивы.

Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа
Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа
Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в