Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Апрель 2022, 23:15

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”

Бөгөн “Башҡортостан” дәүләт концерт залында халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына арналған кисә уҙҙы.

“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”
“Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә”

Шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап ойошторолған был сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Ул фиҙакәр хеҙмәте менән уңыш ҡаҙанған шәхестәргә Хөкүмәт наградалары тапшырҙы.

Кисәлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының “Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Азат Айытҡолов етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле, Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы һ.б. сығыш яһаны. Рәми Ғариповтың шиғырҙары яңғыраны. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы билдәле йырсылар Башҡортостан Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡарҙы.

“Мин заманым тиеп ҡысҡырмайым, йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы”, тип яҙғайны бөйөк шағир. Бөгөнгө кисәлә сәхнәнән ул замандаштарына өндәшкәндәй, йөрәгендәге уй-хәсрәте, шатлыҡ-һөйөнөстәре менән бүлешкәндәй булды. Шағирҙың үлемһеҙ ижады тамашасыны уйландырҙы ла, ҡанатландырҙы ла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: