Киләһе ҡунаҡтарыбыҙ – Борай районы вәкилдәре, “Ынйы” ансамбле. Унда балалар шөғөлләнә.
Бәләкәй бейеүселәрҙән торған коллектив “өлгөлө бейеү ансамбле” исемен йөрөтә. Тарихы ла бай уның – 1981 йылда район мәҙәниәт йорто нигеҙендә асыла. Репертуарында башҡорт, татар, мари, рус бейеүҙәре бар. Ансамбль төрлө конкурстарҙа ла ихлас ҡатнаша.
Етәксеһе – Азат Ибраһимов.
Бәләкәй сәхнә йондоҙҙарының видеояҙмаһын ҡарап, талантына һоҡланып, тауыштарығыҙҙы бирегеҙ, дуҫтар!
(Видеояҙманы гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә ҡарарға мөмкин).
Фото, видео: "Ынйы" ансамбле архивы.