Төркөмөбөҙҙәге “Дарман” конкурсының сираттағы ҡатнашыусыһы – Мәләүез ҡала мәҙәниәт һарайының “Көнгәк” халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Коллектив бейеү сәнғәтен һөйөүселәргә күптән таныш. Уның тарихы 1977 йылдан башлана.
“Көнгәк”тең репертуарын башҡорт бейеүҙәре тәшкил итә, әммә башҡа милләттәрҙеке лә ситтә ҡалмай. Анмамбль төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүҙәр яулай. Етәкселәре – Илүзә менән Илгиз Ниғәмәтуллиндар.
Милли сәнғәтебеҙҙе пропагандалауға ифрат ҙур өлөш индергән сәхнә оҫталарының “Гөлнәзирә” бейеүен ҡарағыҙ. Талантлы егет-ҡыҙҙар өсөн тауыш бирергә лә онотмағыҙ, төркөмдәштәр!