“Бер-беребеҙ менән килешеп-ярашып, ниндәйҙер изге эштәр атҡарғандан һуң өйгә дәртләнеп, янып ҡайтып китәһең. Хатта кәртә аша һикерге килә лә ул! Хатта осҡо килә!” – тип һөйләй Сәйетбаба ағинәйҙәре. Шундай дәрт үҙҙәрендә – күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып тора! Йәштәр көнләшерлек!
Ағинәйҙәрҙең кесеһенә – 59, иң өлкәненә 88 йәш
“Март аҙағында ауылда Ғафури районының “Ағинәйҙәр” ҡорон ойошторғас, күп булһа, 120 кеше йыйылыр, тип уйланыҡ. Ҡараһаҡ, ҡатындар ағыла тора, ағыла тора... Береһе самауыр күтәргән, икенсеһе балаҫтарын алған, өсөнсөһө ҡултыҡ аҫтына бәйләмдәрен эләктергән. Бер заман 160 самаһы булып киттек”, – Сәйетбаба ағинәйҙәре етәксеһе Рәзифә Ишембәтованың ошо һүҙҙәре был тирәлә ҡатын-ҡыҙҙарҙың уғата әүҙемлеге тураһында һөйләй.
Халҡыбыҙҙың милли асылын, мәҙәни мираҫын, рухи үҫешен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был сарала Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Әхтәмова, райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова, Ханты-Манси автономиялы округынан Гөлсирә Әбдрәшитова ҡатнаша һәм сығыш яһай.
Рух байрамында Сәйетбаба ағинәйҙәре “Килен һөйөү йолаһы”н сәхнәләштерә, мөнәжәт әйтә. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле өҙҙөрөп бейей, ир-егеттәр вокаль төркөмө гөрләтеп йырлай. Сәсәниә Фәниә Фәйзуллина үҙе ижад иткән ҡобайырҙы башҡара, Тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Рәйлә Сабитова, ҡурайҙа уйнап, моңло итеп йырлай, улай ғына ла түгел, Табын ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас милли кейемдәр, биҙәүестәр тураһында лекция һөйләй. Башҡорт милли аштары йәмләгән мул һыйлы өҫтәл янында йәнле аралашыу, фекер алышыу бик оҙаҡ дауам итә.
Сәйетбаба ауылы ағинәйҙәренең кейемдәре, биҙәүестәре күҙҙең яуын ала, уларҙың милли, дини йолаларыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлауы һоҡландыра.
“Ауылыбыҙҙа Ағинәйҙәр ҡоро Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эргәһендә һигеҙ йыл элек ойошторола. Уның төп бурысы ауыл тормошон йәнләндереү, башҡорт халҡының милли ғөрөф-йолаларын һаҡлау, йәш быуынды тәрбиәләү, экологик өмәләрҙә ҡатнашыу, дини йолаларҙы өйрәнеү, йома намаҙҙарын ойоштороу, милли байрамдарҙа әүҙем ҡатнашыу була. Беҙ әле лә ошо бурыстарҙы бойомға ашырабыҙ, оло йөкләмәләребеҙ менән өлкән һәм йәш быуын алдында ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ”, – ти Рәзифә Ишембәтова.
Бөгөн ауылдағы иң кесе ағинәйгә – 59, иң өлкәненә 88 йәш. Туҡһанды ҡыуған инәй теттереп бейеп, йәштәрҙең күҙен ҡыҙҙыра әле ул. Ундағы дәрт, дарман! Иҫең китерлек! Аллаға шөкөр, донъяны шундай шәхестәр йәмләй, тормоштоң матурлығын аңларға, тәмен тойорға ярҙам итә!
Ағинәйҙәр ойошмаһы ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы менән бер төптән егелеп эшләй. Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә ҙур эштәр башҡара. ”Бер ҡараһаң – Сибайҙа, бер ҡараһаң – Өфөлә, бер ҡараһаң – Татарстанда беҙ”, – ти улар, үҙҙәренең сослоҡтарына, шәплектәренә үҙҙәре аптырап.
Бынан бер нисә йыл элек Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гәүһәр Байбулдина ауылда өлкән йәштәгеләрҙең “Мырҙаҡай” фольклор бейеү ансамблен ойоштора. Талантлы етәксе һәүәҫкәр артистарға бейеүҙәрҙе урындағы йолаларға, тарихҡа нигеҙләнеп һала. Өлкәндәр Рәсәй, республика кимәлендәге конкурстарҙа мах бирмәй: уларҙы ҡайҙа ла алҡышлап ҡаршы алалар, алҡышлап оҙаталар. “Мырҙаҡай”ҙа хаҡлы ялда булһалар ҙа, ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, йыр-бейеүгә, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауға маһир Әлфиә Степанова, Рәүилә Лоҡманова, Фәниә Фәйзуллина, Рәзифә Ишембәтова, Хөснә Заһиҙуллина, Рисәлә Фәхретдинова, Земфира Юлбарисова, Миңнира Сәйфуллина, Мәҙинә Байбулдина, Хәмдиә Фәхретдинова, Миңһылыу Абдуллина, Закир Ишмырҙин, Рәзим Мәүлетҡолов, Фәнил Суфиянов, Фәрит, Фәнүр, Флүр Фәхриевтәр һ.б. шөғөлләнә. Улар тәүҙә ауылда ойошторолған йыйындарҙа, Шәжәрә байрамдарында күренештерһә, һуңынан республикала йыл һайын үтеп килгән “Яратам һине, тормош!” оло кешеләр фестивалендә сығыш яһап, районда ғына түгел, зона, республика кимәлендә еңеүҙәр яулай башлай. “Байыҡ” республика телевизион бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға ла йөрьәт итәләр.
Беренсе турҙа хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Алик Шәмситов һалған “Быҙыбыт уйындары” менән сығыш яһайҙар. Киске уйында ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеп, быҙыбытта (элек тараҡҡа ҡағыҙ ҡуйып көй сығарғандар) уйнап, башҡарылған бейеүҙе жюри ағзалары бик йылы ҡабул итә.
Икенсе турҙа балҡып алыр өсөн өр-яңы бейеү һалырға билдәле хореограф Рәйес Низаметдинов саҡырыла. Ул, Сәйетбаба ауылы ерлегендәге фольклорға таянып, “Түрешле йәйләүендә” бейеүен ижад итә. Шул үҙенсәлекле бейеү менән улар беренсе урынға сыға. “Ҡатын-ҡыҙҙар ғына бейемәй беҙҙә. Ир-аттар ҙа дәртле. Парлашып та бейейбеҙ”, – тип йылмая ағинәйҙәр.
“Урал ҡыҙҙары”, “Шәл”, “Ҡоҙалар”, “Еңгәйҙәр һәм бикәстәр”, “Ҡоҙа-ҡоҙасалар”, “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта”, “Тимербайҙың биш бисәһе”, “Буҙа байрамы”, “Яулыҡ”, “Милли биҙәктәр”, “Ҡапҡа бейеүе” – был исемдәр үҙҙәре генә лә репертуар байлығы, репертуар ғына түгел, фантазияның муллығы тураһында һөйләй.
Бейеүҙәр шәп булғас, кейемдәр ҙә, итек-ситектәр ҙә күҙ ҡыҙҙырырлыҡ булырға тейеш бит инде! Тәүге күлдәктәргә аҡсаны бағыусы, Ғафури район советы депутаты, “Урман” ЯСО берекмәһенең генераль директоры Әхмәт Аҫылбәков түләй. Тегеүсене Баймаҡ районынан табып, уға үлсәмдәрҙе телефон аша ғына яҙҙыралар. Үлсәп ҡарамаһа ла, оҫтабикә, һылап ҡуйғанмы ни – барыһына ла бынамын тигән итеп тегеп кейҙерә. Артабан ике төрлө күлдәк менән Сәйетбабаның йәш тегенсеһе Гүзәл Яхина ҡыуандыра. Еләнле дүртенсе күлдәккә инде Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы аҡса бүлә. Тарихи-мәҙәни үҙәк методисы Рәйлә Сабитова эскиздары буйынса тегелә был милли кейем. Табын ырыуынса ғына итеп. Һаҡалдарҙы ла Кесе табын ырыуына хас итеп Рәйлә Хәбир ҡыҙы кәңәштәре менән үҙҙәре тегеп ала. Бөгөн улар хәситә эшләү менән мәшғүл.
“Ағинәйҙәр Сәйетбабаны дер һелкетә”
Милли мәҙәниәтебеҙ өлгөләрен күрһәтеп, рухи байлығыбыҙ менән уртаҡлашып, ағинәйҙәр Благовещен, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, Нуриман, Ауырғазы райондарына, Татарстанға барып ҡайта, тамашасы һөйөүен, ихтирамын яулай.
“Үлемһеҙ полк”, “Быуындар бәйләнеше”, “Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте”, “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, “Йөрәк һүҙе”, “Өләсәйем Ҡөрьәне”, “Ҡыҙ тыйнаҡ булһа, егет йыйнаҡ була” исемле сараларҙа, ”Ҡарға бутҡаһы”, “Шәжәрә”, “Ҡорбан аштары”, “Бал” байрамдарында, һабантуйҙарҙа бик ихлас ҡатнаша ағинәйҙәр. Спектаклдәрҙә лә мауығып уйнайҙар. Фәниә Фәйзуллина, Рәүилә Лоҡманова, Рәсилә Ишморатова ролдәрҙе бигерәк килештерә. 2017 йылда Хөснә Заһиҙуллина район буйынса “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы” булараҡ диплом һәм бүләк менән тәбрикләнә. Фәниә Фәйзуллина ҡобайыр, шиғыр яҙа, сәхнәнән уҡып халыҡты хайран итә. “Асанай” халыҡ бейеү ансамблендә лә ҡатнаша, мәсеткә йөрөй, районда хәбәрсе булып та танылған.
2015 йылда район кимәлендәге Мәүлит байрамы Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда үткәрелә. 16 балаға ағинәйҙәр мөнәжәт өйрәтеп, сәхнәгә сығара. 2016 йылда балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү конкурсы ла был ауылда ойошторола. Алтмышҡа яҡын бала ҡатнаша. Ағинәйҙәр уларға өҫтәл әҙерләй, тәмле итеп былау бешерә. Балаҡайҙар рәхәтләнеп һыйланып, еңеүселәр бүләк алып, һөйөнөп ҡайтып китә.
2017 йылда әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар “Изгеләр рухы шатланһын, иман нуры таралһын” тигән темаға йыйын ҡора. Төбәктең иманлы, изгелекле заттарын, муллаларҙы, абыстайҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, улар тураһында фәһемле иҫтәлектәрҙе бәйән итеп, йәш быуынды рухи тәрбиәләй улар. Сарала Имәндәш, Яугилде, Юрмаш, Родина ауылы ағинәйҙәре лә ҡатнаша.
“Ағинәйҙәр Сәйетбабаны дер һелкетә”, – ти ауылдаштары, шаяртып. Ысынлап та, баҫҡан ерендә ут сәсрәткән ағинәйҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Тыйнаҡ холоҡло апайҙар, инәйҙәр: “Беҙ күңелебеҙ ҡушҡанды үтәйбеҙ. Тирә-яғыбыҙҙағы кешеләргә, уларҙың көнкүрешенә, тормошона битараф түгелбеҙ. Өмөтһөҙлөккә бирелмәй, тормоштан йәм, хеҙмәттән тәм табып йәшәүгә ни етә!” – тиҙәр.
Йәш быуынға дини тәрбиә бирәләр
Һәр йәһәттән өлгөр, зирәк ағинәйҙәр ғәрәп теле яҙмаһын өйрәнеп, дини һабаҡ та ала. Тәүҙә мөғәллимә Римма Ишмырҙина булһа, хәҙер райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе хажиә Ғәлиә Рахманғолова һәм Юрмаш ауылынан Суфия Юлбарисова уҡыта. Нәзирә Рәхмәтуллина, Хөснә Заһиҙуллина Октябрьскийҙа “Нурул Ислам” мәҙрәсәһендә уҡып йөрөй. Зилә Хәйруллина, Хөснә апайҙар Ҡолҡан мәсетендә ғәрәп теле яҙмаһын өйрәтә, дини дәрестәр алып бара. Унда тиҫтәләгән бала белем ала. 2017 йылда Сәйетбабала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында ғәрәп телен өйрәнеүселәр конкурсы булып үтә. Унда өс тиҫтәгә яҡын кеше ҡатнаша.
Мәсетте тәрбиәләү ҙә ағинәйҙәр өҫтөндә. Йыуып, таҙартып ҡына тора улар Иман йортон. Тирә-яғын таҙалайҙар, яҙын сәскә ултырталар. 2017 йылда бөтә ауыл мәсеткә ремонт эшләргә тотона. Дин ҡәрҙәштәр биргән, хәйергә төшкән аҡсаға ир-егеттәр иҙәнгә йылытҡыс түшәй. Газ үткәреү генә бик ҡиммәткә төшә. Өйҙән-өйгә йөрөп йыйған аҡса менән генә әллә ни эш ҡыйратып булмай. Бағыусылар ярҙамға килә. Рушан Мансуров иҫке тәҙрәләрҙе яңыға алыштыра, йылытыу ҡоролмалары урынлаштыра. Йылы, бөхтә мәсеткә килгән һәр кем ремонтҡа өлөш индереп ҙур сауап алғандарға көн дә рәхмәт уҡый.
Ҡулдарынан бар эш тә килә ағинәйҙәрҙең. Мәреүәр Сабитова, Клара Ибраһимова, Рәсилә Ишморатова, Миңнира Сәйҙуллина милли күлдәк, камзул, һаҡалдарҙы үҙҙәре тегеп, эшләп алған. Оҫтабикә Зөбәйҙә Һөйөндөкова Өфөлә “Милли биҙәк” бәйгеһендә ҡатнашып, махсус бүләккә һәм дипломға лайыҡ булған. Республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә сағыу биҙәкле балаҫтары менән халыҡ оҫтаһы Рабиға Йәрмиева әүҙем ҡатнаша. Уның ҡайһы бер эштәре сит илгә лә киткән. Сигеү оҫталары Миңнира Сәйфуллина, Әлмира Вәлиева, Рәзифә Ишембәтова, Фәниҙә Сәлимованың эштәре ҡарап туйғыһыҙ. 90 йәшкә етеп килгән Фәриҙә Ғилманованың әлеге көндә лә ҡулынан энә төшмәй. Бигерәк тә бәйләгән шәлдәре нәфис, йомшаҡ. Зөбәйҙә Һөйөндөкова балаҫ һуға.
Ағинәйҙәрҙең иң ҙур байлығы, ғорурлығы – бихисап маҡтау грамоталары һәм дә дипломдар түгел, ә балалар, ейәндәр. Рисәлә Мәүлетҡолова – 8 бала әсәһе. Ул 18 ейән-ейәнсәргә яратҡан өләсәй.
Спорт менән дә әүҙем шөғөлләнә ҡатын-ҡыҙҙар. Уңған, киң белемле Илһөйәр Мортазина, ауыл китапханаһы мөдире, уларға гимнастика яһата. Күмәкләшеп скандинав таяҡтары менән дәртле атлап, күрше Ҡаранйылға ауылына барып урайҙар. Хоккей спортына ла битараф түгел инәйҙәр – былтыр хоккейсы егеттәргә спорт костюмдары алып бирешкәндәр.
Былтыр ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты бит инде. Сарсаған ер ярылып ятты. Шул сәбәпле ауылда янғын йышайып киткән икән. “Тажзәхмәт” (коронавирус) тә үҙәккә үткән – ахирәткә күсеүселәр күбәйгән. Ағинәйҙәр, ауыл халҡы менән килешеп, күмәкләп ҡорбан салырға ҡарар иткән. Итте һәр өйгә тиерлек таратып биргәндәр, күрше Ҡаранйылға, Ҡолҡан, Туғай ауылдарына ла ебәргәндәр. Аллаһ, әлхәмдүлулла, ауыл халҡының дәррәү теләген ишеткән, доғаларын ҡабул иткән – ҡәһәрле ауырыу ҙа, ут-ялҡын да бүтәнсә ыҙалатмаған.
“Асанай”ҙар халҡыбыҙ данын яҡлай
Ағинәйҙәр баянсы Флүр Фәхриевте, “Асанай” халыҡ фольклор төркөмө етәксеһе Гәүһәр Байбулдинаны ныҡ ихтирам итә. Асанай – Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сабынлыҡ исеме. Ул беҙҙең ҡолаҡҡа ят булып яңғыраһа ла, төрки халыҡтарҙа ир-ат исеме булып киң таралған. Ансамбль башҡорт халҡының йолаларын, этно-мәҙәни берәмектәрен сағылдырған йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһай. Ҡайҙа барһалар ҙа, уларҙың сағыу милли костюмдарына, милли музыка ҡоралдарына (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөр, даңғыр, таштояҡ, ҡыштырҙыҡ, быҙыбыт) халыҡтың иҫе китә, бергәләп фотоға төшөүҙе әллә ни күрәләр.
“Асанай” – төбәктә сыҡҡан йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең иң аҫыл өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, дәртле таҡмаҡтарҙы тамашасы иғтибарына сығарыусы, эпос-ҡобайырҙарға мөрәжәғәт итеүсе, районда “халыҡ” исемен йөрөткән беренсе һәм әлегә берҙән-бер фольклор ансамбле. Тиҫтә йыл эсендә улар Төркиәнең Анкара ҡалаһында, Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Владимир ҡалаларында, Һарытау өлкәһендә, Татарстанда, Сыуашстанда фольклор байрамдарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашты. Бер йылы Илеш районында уҙған “Ауаз” күп жанрлы фольклор фестивалендә булып, “Алпамыша” ҡобайыры менән беренсе дәрәжә диплом яуланылар.
Ансамблдең төп композиторы, музыканты һәм музыка ҡоралдары эшләү оҫтаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илһам Байбулдин. Башҡорт дастандарын башҡарыусы, халыҡ сәсәне, Ғафури районы Красноусол ауылының халыҡ театры режиссеры Илһам Хәннән улы халыҡ ижадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн былтыр Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең “Рәсәй күңеле” премияһы менән бүләкләнде. Был премия халыҡ художество традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә күп йылдар уңышлы эшләгән, ҙур ижади ҡаҙаныштарға өлгәшкән сәнғәт әһелдәренә тапшырыла. Талантлы егет 1994 йылда уҡ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге VIII республика конкурсында Гран-при яулағайны. Үзбәкстандың Термез ҡалаһында халыҡ-ара баҡшылар (сәсәндәр) конкурсында илебеҙ данын яҡланы.
“Асанай”ҙар Илһам Байбулдин ижад иткән “Аласыбар” көйөн халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай, халҡыбыҙҙың мәшһүр дастандарының береһе “Аҡһаҡ ҡола”нан өҙөк, “Хан ҡыҙы”, “Ҡояш саҡырыу”, “Түрешле буйында” исемле фольклор композициялары күрһәтә, “Йәй ташы” йолаһын һ.б. сәхнәләштерә. Ансамблдең иң оло ағзаһы, 84 йәшлек аҡһаҡал Рәсүл Вахитовтың скрипкала өҙҙөрөүен, Заһира Вәлиева башҡарыуындағы халыҡ йырҙарын һәр кем әҫәрләнеп тыңлай.
Күптән түгел “Асанай”ҙар Өфөлә Наурыҙ байрамын йәмләне. “ЕврАзия” агропаркы алдында аллы-гөллө кейемдәге милләттәштәребеҙ ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар менән ҡаршыланы. Татар, тажик, үзбәк, төркмән, азербайжан, дағстан, ҡаҙаҡ милләтле кешеләр араһында ансамблдең ирҙәр төркөмө “Аҡһаҡ ҡола” дастанынан өҙөк, “Азамат” фольклор композицияһын күрһәтте, “Бибирәхилә” йырын башҡарҙы.
“Асанай” халыҡҡа әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә бирә, киләсәк быуынға башҡорт милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен тапшыра. Уларҙың халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫын, ҡиммәттәрен һаҡлауҙа баһаһы ҙур”, – ти башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рәзим Мәүлетҡолов.
Сәйетбабала Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле өс таған кеүек: бер-береһенән көс-ғәйрәт алып ижад итә, уларҙы айырым-айырым ҡарап та булмай. Афарин, табындар! Афарин, сәйетбабалар!
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.