Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Апрель 2022, 20:30

"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!

Конкурста ҡатнашҡан сираттағы коллективты - Хәйбулла районының "Сиҙәм" халыҡ бейеү ансамблен ҡаршы алығыҙ. 

"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!
"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!

Хәйбулла районы вәкилдәре – "Сиҙәм" халыҡ бейеү ансамбленең бай тарихы алыҫ 1965 йылға барып олғаша.

Коллектив үҙ репертуарында ошо төбәк халҡына хас бейеүҙәре булыуы менән айырылып тора. Яҡташ композиторҙары көйҙәренә һалынған ижад өлгөләре айырым урын биләй. Етәкселәре – Рәғиҙә Алсынова.

Йәш таланттар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа даими ҡатнаша. Әле "Сиҙәм"дең ҡатын-ҡыҙҙар составы "Байыҡ" телевизион конкурсының 2-се турына әҙерләнә. Хәйбулланың бейеүсе егет-ҡыҙҙарына уңыштар теләп, тауыштарығыҙ менән дәртләндерегеҙ, төркөмдәштәр! 

("Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә видеояҙманы ҡарарға мөмкин).

Фото, видео "Сиҙәм" коллективы архивынан.

 

"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!
"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!
"Дарман"да - Хәйбулла бейеүселәре!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: