"Сөмбөл"дөң барлыҡҡа килеү тарихы мәшһүр Фәйзи Ғәскәров исеменә бәйле. Ансамблдең тәүге бейеүҙәрен дүртөйлөләр өсөн олуғ ижадсы һала. Алыҫ 1978 йылда коллектив "халыҡ ансамбле" исеменә лайыҡ була.
Етәкселәре – Ринат Байморатов һәм Анфиса Дәүләтдинова. Коллектив халыҡ бейеү сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләүгә, уны популярлаштырыуға ғәйәт ҙур өлөш индерә.
Дүртөйлө таланттары башҡарыуында дәртле мари бейеүен ҡарағыҙ. Йәш сәхнә оҫталарына тауыштарығыҙҙы ла йәлләмәгеҙ, дуҫтар!
(Видеояҙма – гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә).
Фото, видео ансамблдең шәхси архивынан.