Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Апрель 2022, 11:45

"Йәшлек"тең йәш көстәре

"Дарман"ға дәртле бейеүе менән килеп ингән сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауыл мәҙәниәт йортоноң "Йәшлек" халыҡ бейеү ансамбле.

"Йәшлек"тең йәш көстәре"Йәшлек"тең йәш көстәре
"Йәшлек"тең йәш көстәре

2015 йылда тупланған коллектив, йәш булыуына ҡарамаҫтан, "халыҡ ансамбле" исемен яҡлауға ирешкән. 

Рәсимә Халиҡова етәкселек иткән коллектив репертуары яңыртылып тора, унда башҡорт халыҡ бейеүҙәре, сит илдәрҙеке, заманса бейеүҙәр урын ала.

"Йәшлек"тә оҫталыҡтарын нығытып, хәҙер Сибай ҡалаһының “Арҡайым”, ”Самрау” һәм башҡа ансамблдәрендә бейегәндәр бар. Әле коллективтың составы яңыртылып, яңы быуын "йәшлек"тәр дәртләнеп бейеү оҫталыҡтарына өйрәнә. 

Дуҫтар, бейеү сәнғәтенә аяҡ баҫҡан талантлы йәш ҡыҙ һәм егеттәрҙе дәртләндереп, тауыш бирергә онотмағыҙ! 

 

 

 

"Йәшлек"тең йәш көстәре
"Йәшлек"тең йәш көстәре
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас