Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 21:30

Байрам бүләк итә "Байрам"!

Сираттағы конкурсанттарыбыҙ - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы "Байрам" халыҡ бейеү ансамбле.  

Байрам бүләк итә "Байрам"!
Байрам бүләк итә "Байрам"!

"Байрам" бейеү ансамбленең сирек быуатлыҡ тарихы бар. Бында 6-8, 11-15 һәм 18-30 йәштәгеләрҙән торған өс төркөм бейеү сәнғәте серҙәрен үҙләштерә.

Ифрат талантлы кескәйҙәрҙе, егет-ҡыҙҙарҙы берләштергән коллективтың сығыштары тамашасылар күңелендә һәр саҡ һоҡланыу уята.

Бейеүҙәрҙе ҡуйыусы һәм художество етәксеһе – Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Нәбиуллин.

"Байрам"дың талантлы, дәртле бейеүселәренең сығышына һоҡланып ҡына ҡалмағыҙ, ә тауыш бирергә лә онотмағыҙ, төркөмдәштәр! 

(Видеояҙма - "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә).

Фото, видео "Байрам" коллективының шәхси архивынан.

Байрам бүләк итә "Байрам"!
Байрам бүләк итә "Байрам"!
Байрам бүләк итә "Байрам"!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в