Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 19:00

Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтан фатиха алып

"Дарман"дың сираттағы ҡунаҡтарын – Учалы районының "Ләйсән" халыҡ бейеүҙәре ансамблен ҡаршы алығыҙ.

Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтан фатиха алып
Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтан фатиха алып

“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле күптәргә таныш. Данлы тарихлы коллектив 1964 йылда ойошторола. Мәшһүр Фәйзи Ғәскәров уға үҙе фатиха бирә, ансамбль өсөн “Гөлнәзирә”, “Һауынсыларҙа ҡунаҡта”, “Ҡороҡсолар”, “Байрамғол ҡайындары” бейеүҙәрен һала.

2005 йылда “Ләйсән”де Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ ҡанаты аҫтына ала. Шунан башлап ансамблдең икенсе һулышы асыла тиергә мөмкин.

Художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миҙхәт Алсынбаев.

"Ләйсән"дең таланттарына тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар!

(Видеояҙманы "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ).

Фото, видео "Ләйсән"дең шәхси архивынан.

Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтан фатиха алып
Мәшһүр Фәйзи Ғәскәровтан фатиха алып
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: