Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 18:30

“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”

2021-2022 йылдарҙа унда Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренән 399 театр коллективы һәм 5000-гә яҡын актер ҡатнашты.

“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”
“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”

28 апрелдә Ижевск ҡалаһында, Удмурт Республикаһының Дәүләт милли театры сәхнәһендә, "Театраль Волга буйы" фестивале еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы булды.

2021-2022 йылдарҙа был бәйгелә Волга буйы федераль округының барлыҡ төбәктәренән 399 театр коллективы һәм 5000-гә яҡын актер ҡатнашҡайны.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, театр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, педагогтар ҡатнашты. Йәштәр, балалар коллективтары “Иң яҡшы йәштәр спектакле”, “Иң яҡшы балалар спектакле”, “ Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” номинациялары буйынса тәбрикләнде. Афишалар конкурсында еңеүселәр ҙә бүләкләнде. Призерҙар иҫтәлекле бүләктәр, яңы спектакль ҡуйыуға маҡсатлы гранттар менән билдәләнде.  

“Театрҙар берләшмәһенең Удмурт ерендә  йыйылыуы матур йола була барыуына бик шатмын. “Театраль Волга буйы” фестивале округтың мәҙәни брендына әйләнде”, - тине Игорь Комаров һәм фестивалде юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн Удмуртия Башлығы Александр Бречаловҡа рәхмәт белдерҙе.

Фото: "Башинформ".

 

“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”
“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”
“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”
“Театраль Волга буйы” округтың мәҙәни брендына әйләнде”
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: