Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Апрель 2022, 20:00

Һәр миҙгелде йәмләр моң

Күренекле композитор Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған мәҙәни саралар Башҡортостанда йыл аҙағынаса дауам итәсәк. 

Һәр миҙгелде йәмләр моң
Һәр миҙгелде йәмләр моң

Республика халыҡ ижады үҙәге уҙғарған “Яҙғы миҙгелдәр” исемле концерт олуғ ижадсы Салауат Низаметдинов йырҙарының ни тиклем тәрән мәғәнәле, моңло, үҙенсәлекле икәнлеген дәлилләне. Хәтер кисәһен Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Әлфиә Юлсурина алып барҙы.

Опералар, симфониялар, хорҙар, романстар, драма спектаклдәренә көйҙәр һәм эстрада йырҙары авторы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Әхмәҙи улының ижадына ғашиҡ тамашасыларҙы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең республикалағы ойошмаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Галина Бычкова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсәсәк Зарипова сәләмләне.

Кисәлә композитор йырҙарын Венер Камалов, Ләйсән Нуриева, Салауат Низаметдинов исемендәге конкурста Гран-при яулаған Азат Закиров, Өфө сәнғәт училищеһы студенттары, “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбленән Зәлиә Зиннәтуллина менән Әлфинур Хисмәтуллина, Салауат Әхмәҙи улында һабаҡ алған, уның яҡты юлын дауам иткән Өфөнөң 28-се мәктәп-интернатын тамамлаусылар һ.б. күңел биреп башҡарҙы. Ижадсының изге уйҙарҙан, яҡты хистәрҙән генә хасил булған йырҙары мөхәббәткә, тормошҡа мәдхиә булып яңғыраны.

Фото: https://vk.com/album-160777365_283742191 

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в