-13 °С
Болотло
"Ете ырыу” уҡыу йорто барлыҡҡа килгәндән алып, 1999 йылдан эшләп килә. Ошо йылдар эсендә ансамблдә йөҙәрләгән бейеүсе шөғөлләнгән, бейеү күптәренең ғүмерлек һөнәренә әүерелгән.
Репертуарында бөгөн 30-ға яҡын бейеү иҫәпләнә, татар, рус, осетин, мари халыҡ бейеүҙәре лә бар. 2015 йылда “Байыҡ” телевизион конкурсының Гран-прийына лайыҡ була.
Етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ләйсән Таштимерова.
(Видеояҙманы "Бәйләнештә"ге төркөмөбөҙҙә ҡарағыҙ).