Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 15:00

"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай... Айыҡ күңел асалар!" тигән бик шәп сара үтте

"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"
"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"

Баймаҡ районының иң ҙур һәм тарихи башҡорт ауылдарының береһе - Иҫке Сибай ауылы быйыл район буйынса үткән "Сәләмәт ауыл" конкурсында еңеү яулап, "Айыҡ ауыл" республика  конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы алды.

Ауыл халҡы тарафынан айыҡлыҡты һәм сәләмәт йәшәүҙе пропагандалаған төрлө саралар үтеп тора, республика күләмендә лә "Тай-тулаҡ" бәйгеһе юғары кимәлдә ойошторолдо.

Ошо көндәрҙә ауыл халҡы йәнә бер сара үткәреп, барыһын да таң ҡалдырҙы. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына бәйле, ауыҙ-тел ижадын ҡулланып, онотола барған башҡорт  туй йолаларының бар үҙенсәлектәрен үҙ эсенә алған  "Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, һеҙҙә нисек? Беҙҙә шулай... Айыҡ күңел асалар!" тигән бик шәп сарала Өфө ҡалаһынан төп ҡоҙа - Республика Башлығының кәңәшсеһе, Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов, Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат  Шәрипов, кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айнур Кәримов, Баймаҡ районы Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембетов, "Айыҡ" һәм "Сәләмәт ауыл" бәйгеһендә ҡатнашып, еңеү яулаған Сәйғәфәр, Муллаҡай һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарынан саҡырылған делегаттар ҡатнашты.

Ҡоҙалар һәм ҡоҙасалар ағас ултыртыуҙа ҡатнашты, артабан "Фатиха" мәсетенә барып, Әһлей Сөләймәнов исемендәге сәнғәт  мәктәбе һәм "Сулпылар" балалар баҡсаһы эше менән танышты. Төп сара ауылдың мәҙәниәт йортонда дауам итте: ветерандар советы һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай күргәҙмә, төрлө ижад майҙансыҡтары эшләне. Ҡунаҡтар Гөлнара һәм Фәиз  Иҙрисовтарҙың ҡыҙҙары Йәнгүзәл менән Эльвира һәм Артур Хәмитовтарҙың  улдары Айҙарҙың "Ҡолаҡ тешләтеү" йолаһына тамаша ҡылды. Артабан сарала ҡатнашыусыларға ауыл халҡы тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт тәҡдим ителде. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған тамашала ҡоҙалар ҙа, ҡоҙасалар ҙа рәхәтләнеп күңел асты, фекер алышты, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.

Сара тураһындағы тулы мәҡәләне гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары.

"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"
"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"
"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"
"Эй, ҡоҙалар-ҡоҙасалар, айыҡ күңел асалар!"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: