Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллинаны күбеһе, сәхнәләге образдарынан бигерәк, моғайын, социаль селтәрҙәге әүҙемлеге, интернет киңлектәрендә башҡорт бейеүен популярлаштырыуға арналған эшмәкәрлеге аша танып беләлер. Ул бейеүсе генә түгел, хореограф та, уҡытыусы ла, блогер ҙа.
Сәхнә оҫтаһы ғаилә ҡороп, әлеге мәлдә бик күңелле, бәхетле мәшәҡәттәр тыуырын көтөп йәшәй. Халыҡ-ара бейеү көнө уңайынан Миләүшә менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Миләүшә, иң башта уҡыусыларыбыҙҙы һеҙҙең менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ.
– Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән ябай башҡорт ҡыҙымын. Мәктәптә уҡыу менән бер рәттән Ғ. Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбендә шөғөлләндем, “Мираҫ” фольклор төркөмөндә йырлап-бейеп йөрөнөм. Атай-әсәйем – Бүләкбикә менән Әхмәткәрим Хәйбуллиндар.
Данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров ансамблендә эшләгәнемә 15 йыл да булды. Шулай ҙа күберәк интернет селтәрҙәре аша таныйҙарҙыр. “Ютуб”та, “Бәйләнештә”, башҡа төркөмдәрҙә башҡорт бейеүен пропагандалаған кешеләрҙең береһемен (йылмая – авт.). Унда күбеһенсә башҡорт ҡатын-ҡыҙы образын, уның матурлығын, милли кейемдәребеҙ үҙенсәлектәрен асырға тырышам һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәрен һалып барам. Сәхифәләремде ҡарап, бейергә лә өйрәнеп була, сөнки күп оҫталыҡ һабаҡтары бирәм.
– Актерҙар, йырсылар “Артист булыу теләге ҡасан яралғайны?” тигән һорауға “бала саҡтан уҡ йырланым” йәки “Кешеләр алдында шиғыр һөйләү йә йырлау оҡшай ине” тиеберәк яуап биреүсән. Һеҙ ҙә кесе йәштән бейеүсе булырға хыял йөрөттөгөҙмө, әллә ул мәлдә был башығыҙға ла инеп сыҡмай, яратҡан шөғөл генә инеме?
– Әсәйем үҙ ваҡытында “Ирәндек” бейеү ансамблендә бейегән. Ул да Фәйзи Ғәскәров ансамблендә эшләргә хыялланған, шуға күрә хыялын мин тормошҡа ашырҙым, тиһәң дә була. Әсәйем – беренсе уҡытыусым, күңелемдә бейеүгә һөйөү уятҡан кеше.
– Бейеүҙең яратҡан шөғөл кимәленән үтеп, уны ғүмерлек һөнәр иткегеҙ килгәнен ҡасан аңланығыҙ?
– Бала саҡтан уҡ күп төрлө йүнәлештә үҙемде һынаным, мәҫәлән, фортепиано, думбыра, фольклор ансамбле, йыр, рәсем түңәрәктәрендә шөғөлләндем. Хатта каратэға йөрөнөм, сөнки атайым милиционер ине, ул минең махсус тәғәйенләнештәге ғәскәр хеҙмәткәре булыуымды теләгәйне.
Ошо күп төрлө мауығыуҙар араһынан бейеү сәнғәте күңелемә яҡыныраҡ булып сыҡты. Әгәр ҙә кешенең маңлайына ниндәйҙер ғәмәл яҙылған икән, тырышлыҡ һалғанда, бөтәһе лә килеп сығалыр, тип уйлайым.
– Бейеүсе булыу ваҡытлыса ғына, ниндәйҙер башҡа һөнәр ҙә кәрәк, тигән уй килгәне булманымы?
– Бик ҡыҙыҡлы һәм урынлы һорау. Халҡыбыҙ әйтемен бер аҙ үҙгәрткәндә, кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиер инем.
Хәҙерге ваҡытта ҡыҙыҡлы шөғөлдәр ныҡ күп, мәғлүмәт тә етерлек, борсоған йә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыңа интернет аша ла яуап табырға, белемеңде киңәйтергә мөмкин. Тик ваҡыт ҡына самалыраҡ. Бейеүсенең профессиональ ғүмере бик ҡыҫҡа, шуға күрә, ысынлап та, икенсе шөғөлдәргә лә иғтибар йүнәлтеү ҡамасауламай.
Әлегә минең бейеү мәктәбем эшләй. “Башҡорт бейеүе академияһы” тип атала. “Арэс” тигән бәләкәй генә коллективыбыҙ бар, уның менән төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. Төрлө урындарҙа, ҡалаларҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәрәм, яңы бейеүҙәр һалам. Тотоноп ҡарарға теләгән шөғөлдәр бихисап, әммә барыһының да үҙ ваҡыты.
– Һөнәрегеҙгә яҡындарығыҙ нисек ҡарай? Баштан уҡ хуплау таптығыҙмы?
– Ғаиләбеҙҙә мин – беренсе сәнғәт кешеһе, шуға ла яҡындарым ғорурлана ла, минең өсөн ҡыуана ла. Бөтә булған концерттарыма йөрөйҙәр. Форсаттан файҙаланып, гәзит биттәре аша ла әсәйем менән атайыма, ҡустыма һәм иремә ҙур рәхмәт әйткем килә – улар миңә ҙур терәк. Кәрәк икән, сәхнә кейемемде алып йөрөйҙәр, кәрәкһә, тегеп тә бирәләр. Әсәйем менән өйҙә бейеү ҡуябыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, Миләүшә бейегәндә тотош ғаилә бейей (көлә – авт.).
– Һөнәрегеҙҙә һеҙҙең өсөн үрнәк булған кешеләр бармы? Булһа, кемдәр?
– Минең уйымса, һәр кем үҙенсәлекле ул, шуға күрә кумирым тип әйтерлек кеше юҡ. Һәр береһенән самалап алам, яҡшы яғын ҡарап өйрәнәм.
– Бейеүҙә алға барырға, яңы үрҙәр яуларға ниндәй сифаттар ярҙам итә?
– Яуабым бик ҡыҫҡа яңғырармы икән: минеңсә, ныҡышмал, тәүәккәл холоҡло кешеләр бейеүсе була ала, уңышҡа ирешеүгә лә ныҡышмалы хеҙмәт, тырышлыҡ булышлыҡ итә.
– Яратҡан һөнәрегеҙ булһа ла, бейеүҙең кәйефегеҙҙе төшөргән, ҡул һелтәп ҡуйырға теләк уятҡан мәлдәре булғылаймы, әллә барыһы ла ыңғай юҫыҡта ғына барамы?
– Бейеү ул спорт кеүек, әммә унда күңел, йөрәк хисе бар. Мәҫәлән, беҙҙең һөнәрҙә, спорттағы ише, йәрәхәтләнеү ҙә булғылай. Гастролдәр күп, арытып, физик көсөргәнеш кисерергә лә мөмкин.
Һәр эштә лә төрлө ваҡыттар була: әсеһе лә, сөсөһө лә. Хатта бейеүҙе ташлап сығып китке килгән мәл булғаны бар, әммә ошо сәнғәткә булған яратыуым ярҙамға килә. Сәхнәгә сыҡһаң, бөтә ҡыйынлыҡтар онотола, тамашасыларҙың алҡыштарын, концерттан һуң йылы һүҙҙәр ишетһәң, йәшәгеләр килеп китә!
– Ҡасан да булһа был сәнғәтте ташларға кәрәк, тигән уй килгәне булманымы?
– Юҡтыр, моғайын. Мин бейеү тип йәшәйем, шуның менән тын алам. Хәҙер, мәҫәлән, декрет ялында ултырһам да, оҫталыҡ дәрестәре биреп, интернет аша бейеү өйрәтеп ултырам, сөнки сәхнәне шул тиклем һағындым, бейегем килә! Тәнем бейеүгә һыуһаған, тиер инем хатта.
Башымда күп уйҙар бар, Алла бирһә, бәпәйҙе табып алғас, бөтәһен дә бейетермен! (көлә – авт.)
– Ғөмүмән алғанда, бейеү сәнғәтендә юғары кимәлгә өлгәшер өсөн күберәк талант булыуы шартмы, әллә ныҡышмалылыҡмы?
– Бөтә көслө сифаттар ярҙам ҡыла, тиер инем. Бейеүҙә талант та, ныҡышлыҡ та, рух та, хыял да, һөйөү ҙә талап ителә.
Элек, дәртең булһа, бейей ҙә китә инең, ә хәҙер профессиональ бейеүселәргә тән телмәре кәрәк. Профессиональ яҡтан әҙерлек яҡшы булырға тейеш, шул саҡта һин ҙур сәхнәләрҙә бейей алаһың, шул саҡта ғына йәрәхәттәр булмай.
– Ғаиләле кеше булараҡ, һөнәрегеҙ ғаилә тормошона ниндәйҙер ҡамасаулыҡ тыуҙырмаймы?
– Юҡ, бер ҙә генә ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам да итә, илһамландыра ла. Тормош иптәшем сәнғәт кешеһе булмаһа ла, ситтән ҡарап, тәнҡит һүҙҙәрен дә әйтә, маҡтап, күңелде үҫтереп тә ебәрә. Яҡын кешең генә етешһеҙлектәреңде күҙеңә ҡарап әйтә ала. Ул эшемдә ныҡ ярҙам итә, концерттарымды ла ҡалдырмай ҡарап бара.
– Артабан ошо өлкәлә үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? Бейеү мәктәбегеҙ менән күберәк шөғөлләнергә теләйһегеҙме?
– Әйтеп үткәйнем инде, профессиональ бейеүселәрҙең сәхнә ғүмере бик ҡыҫҡа, шуға ла бирелгән ваҡытты әрәм итмәҫкә, үҙеңде табып, дөрөҫ йүнәлеште һайларға һәм артабан да исемеңә тап төшөрмәҫкә кәрәк. Мин, мәҫәлән, башҡорт бейеүен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә, уны һаҡлап, үҫтереп, йәштәргә тапшырырға хыялланам. Алла бирһә, мәктәбемде ҙурайтырға тигән ниәтем дә бар. Маҡсаттар күп, эшлә лә эшлә генә!
– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт, Миләүшә! Уңыштар һеҙгә!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.