Яҙыусы, фоторәссам, журналист Флүр Ғазин ошо көндәрҙә Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайында “Бүре күҙҙәренең һағышы” исемле фотокүргәҙмә асты. Аҙ һүҙле, төплө фекерле, балалай саф күңелле, хәйләһеҙ, шул уҡ ваҡытта сәмсел, ныҡыш ир, ысынлап та, тәбиғәт балаһы. “Аманат” журналында “Тәбиғәткә асыҡ тәҙрә”, “Шоңҡар”ҙа, “Йәшлек” гәзитендә “Флүрография” рубрикаһын алып бара. “Йәшлек”тең – “Аҡ яурын, сал бөркөт” премияһы, 2005 йылда тәбиғәт тураһындағы мәҡәләләре өсөн “Аманат” журналының лауреаттары булды.
Башҡортостан Фоторәссамдар союзы ағзаһы Флүр Сабирйән улының “Һыбай ҡыҙ”, “Эш алтында түгел” исемле проза китаптары донъя күргән. Күргәҙмәне асыу тантанаһында автор “Флүрография. Уйланылмаған, уйланылған тормош мажаралары” тигән өр-яңы китабының исем туйын үткәрҙе. 60 йәшлек юбилейын мул ижади уңыштар менән ҡаршылаған үҙенсәлекле шәхесте ихлас тәбрикләйбеҙ һәм уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Флүр, һин һуңғы осорҙа фоторәссам булараҡ киң танылыу яуланың. Шул уңыштарыңдың нигеҙе нимәлә?
– Бала саҡтан яҙыу-һыҙыуға әүәҫ инем. “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә”) гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым, әрмелә хеҙмәт иткәндә Урал хәрби округының “Красный боец” гәзитенә әүҙем яҙыштым. 1983 йылда Өфөләге 1-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, фотохәбәрсе булып сыҡтым. Шунан Бөрйән районының “Таң” гәзитендә эшләй башланым. 1990 йылдарҙа бер төпкөл ауылда фермер булып ҡараным. Барыбер ижад үҙенә тартып, фотограф һөнәренә кире ҡайттым.
– Һинең бик шәп күргәҙмәң Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы коридорына урынлаштырылғайны. Яңыраҡ экспозицияңды яңырттың. Фотоһүрәттәрең тағы ҡайҙа ҡуйылды, ниндәй китаптарға индерелде?
– Өфө, Нефтекама ҡалаларында, Бөрйәндә ете шәхси күргәҙмәм ойошторолдо. 2007, 2010 йылдарҙа Төркиәнең Истанбул ҡалаһында, Өфөлә төрки телле халыҡтарҙың IV, V конгресында ҡатнаштым. “Истанбул”, “Башҡортостан – Евразия ынйыһы” фотоальманахтарында ижади эштәрем күренде. Үҙемдең “Бөрйәнемдең 18 матур урыны”, “Матурҙар һәм ҡырағайҙар”, “Был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”, “Ауылымдың ете мөғжизәһе”, “Берйән, Бөрйән, Бурзян” тигән фотоальбомым сыҡты. 2015 – 2021 йылдарҙа “Шүлгәнташ һәм уның тирә-яғы”, “Хайуандар донъяһы”, “Көньяҡ Уралдың матур урындары”, “Яҡтыкүл”, “Сибай” исемле асылмалар баҫтырҙым. Халыҡҡа улар бик тиҙ таралды.
– Ни өсөн әлеге күргәҙмәңде “Бүре күҙҙәренең һағышы” тип атаның?
– Күргәҙмәгә, ундағы һәр фоторәсемгә исем ҡушыуҙы йор һүҙле, осҡор күҙле шағир Әхмәр Үтәбайға ышанып тапшырҙым. Бүре – бик аҡыллы йыртҡыс. Уның күҙҙәрендә, ысынлап та, хәүеф сағыла. Хафа айыуҙың күҙҙәрендә лә бар ул. Улар тәбиғәттең киләсәген алдан күрә кеүек. Йәнлектәр көндән-көн кәмей, мәҫәлән, бурһыҡ юғалыу өҫтөндә.
Тәбиғәттә бөтә нәмә лә бер-береһенә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше, ваҡытлыса кәсепкә мауығып, урмандан ҡола ялан ҡалдырып, унда ҡоролған гармонияны, эҙмә-эҙлелекте боҙа. Шуның менән кешелекте һәләкәткә этәрә. Кеше бит үҙе лә тәбиғәт балаһы! Тәбиғәт уны ашата, эсерә, һауаһын һулата, ял иттерә, дауалай... Боронғолар уны әсәһе кеүек яҡын күргән, һаҡлаған.
– Айыуға “һунар итергә” ҡурҡмайһыңмы? Әллә улар һине үҙенеке итеп таныймы?
– Аңлы януар улар. Әммә йыртҡыс икәндәрен оноторға ярамай. Һаҡлыҡҡа мылтыҡ алып йөрө, тиеүселәр бар. Айыу көкөрт еҫен ике саҡрымдан һиҙә. Мылтыҡ алһам, улар эргә-тирәмә килмәҫ ине. Ул бит кешегә сәбәпһеҙҙән теймәй. Үҙенә ҡурҡыныс янағанда йә балаларын яҡлап ҡына ташлана. Айыуҙы күрһәң, сәстәр үрә тора, ҡурҡыу биләп ала, тормош юлы күҙ алдынан йәшен тиҙлегендә үткән кеүек була. Башта йөҙ уй сыуала...
Элек, бер мәл, Тимер ауылынан оло юлға йәйәүләп сығырға булдым. Фотокамераны тоҫҡап, тәбиғәт күренештәрен төшөрәм. Ҡапыл юл ситендә сыуалышҡан көсөктәр күҙгә салынды. Шул саҡ бер яҡ ситтәрәк боҫоп ятҡан елле кәүҙәле этте аңғарҙым. Бүре ләбаһа! Йөрәк жыу итеп ҡалды. Балаларын һунар итергә өйрәтә бит был!
Бүре балалары, туйтаңлап, миңә ҡарай йүгерҙе. Фотоаппаратым менән һелтәнәм, һүгенәм, иғтибар ҙа итмәйҙәр. Аҙ ғына янтаялар ҙа сыйылдаша-сыйылдаша аяҡ аҫтында тиерлек уралалар. Берәй техника ла үтмәй, исмаһам. Эйелеп алыр таш юҡ, ерҙе ҡар баҫҡан. Менеп ултырырлыҡ ағас ҡараштыра башлағайным, ҡаршымда тешен ыржайтып ҙур бүре баҫып торғанын күрҙем. Ҡот осҡос хәлгә тарыуымды аңлап, артҡа сигендем, ә унда – бүре балалары. Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумған, тигәндәй, үҙем дә һиҙмәҫтән тегеләрҙе шарт та шорт фотоға төшөрөргә булып киттем. Нимә уйлап улай ҡыланғанмындыр, аптырайым, әллә һуңғы фотоһүрәттәремде иҫтәлеккә ҡалдырырға уйланыммы икән. Ҡапыл ҡайҙалыр мылтыҡ тауышы ишетелде, бүре балалары, сыйылдашып, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡасты. Инәләре лә күҙҙән юғалды. “Бүреләрҙән таланырға йөрөйһөңмө? Бала өйрәткән мәлдәрендә ҡурҡыныс була улар”, – тине эргәмә килеп еткән һыбайлы. Ул колхоздың мал табибы Хәмит Ишморатов ине...
– Нисә тапҡыр ҡурҡыныс хәлгә тарыһаң да, һин һаман иң яҡын, иң ғәзиз заттарыңды эҙләгәндәй, тәбиғәткә, урманға, ҡуйы шырлыҡтарға ашҡынаһың. Был ынтылыш ҡайҙан килә?
– Ҡанға һеңгән тәбиғәткә һөйөү. Бала сағым, әсәйем һауынсы булғас, йәйләүҙә, ҡышлауҙа үтте. Йәнлектәр, кейектәр, үҫемлектәр... улар араһында үҫкәс, барыһы ла күңелемә яҡын. Уларҙың яҙмышы, киләсәге өсөн йөрәгем яна. Тәбиғәтте һаҡларға саҡырған мәҡәләләрем, хикәйәләрем, фотоһүрәттәрем йөҙ кешенең береһен булһа ла уйға һалһа, маҡсатыма ирешер инем.
Кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан, мәктәптән тәбиғәтте яратырға өйрәтеү зарур. Ата-әсәңде ихтирам иткән кеүек, бар тереклекте, үҫкән һәр ағасты, ҡыуаҡты ихтирам итергә кәрәк. Тәбиғәттең бөтөнлөгө, гүзәллеге кемгәлер түгел, үҙебеҙгә кәрәк.
Мин һунарсылыҡҡа ҡаршымын. Ағасты, ҡомһоҙланып, кәрәгенән артыҡ ҡырҡыуҙарын аңлай алмайым. Борон ғаиләләрен аҫрар өсөн һунар иткәндәр. Ә хәҙер нәфсеһенә хужа булмау, йән эйәһен үлтереүҙән ләззәт табыу йөрөтә браконьерҙарҙы. Ас түгел бит улар. Шундай кешеләр араһында йәшәү миңә ныҡ ауыр.
Тәбиғәттә мин үҙемде сикһеҙ бәхетле итеп хис итәм. Таңда ул йоҡонан уяна ла ысыҡ менән йыуына. Шунан томанды һыуға манып, һөртөнә. Ҡоштар моңо аҫтында ҡояшты йылмайып, ҡыуанып ҡаршылай. Тәбиғәт йоҡлар алдынан тағы ла сафлана, ысыҡта сайынып ала.
Кистән урман-ҡырҙарҙа бармаҡ башындай ғына һандуғас хакимлыҡ итә. Уның һайрауын бүтән ҡошсоҡтар хайран ҡалып тыңлай, моңон бүлдерергә баҙнат итмәй. Шуға мин таңғы, иртәнге, киске күренештәрҙе фотоға төшөрөп алырға тырышам.
Әгәр кешеләр урман-ҡырҙарға машинала сыҡмаһа, тапанды ерҙәрҙә шашлыҡ ҡурып, ашап-эсеүҙе генә маҡсат итеп ҡуймаһа, күпте күрер, күпте ишетер, тәбиғәткә йәйәү йөрөһә, ҡош һайрағанын тыңлаһа, үләндә үрмәләп йөрөгән, ерҙә йүгереп донъя көткән бөжәктәрҙе күрһә, донъяға ҡараштары үҙгәрер ине.
Мине тағы иң борсоғаны – ер-һыу, хатта ауыл атамаларының боҙолоуы. Ағиҙелебеҙ Белая булып йөрөй. Шүлгән мәмерйәһе Капова пещера булып китте. Хатта үҙебеҙ ҙә, бөрйәндәр ҙә, шулай тип ебәрәбеҙ. Әбйәлилдәге Яҡтыкүл (тәүге атамаһы – Мауыҙҙы) – Банное. Шәүәли тигән бер ауыл Савелий булып киткән. Көрәк йылғаһы – Куряк, Муйнаҡташ – Чертов палец. Ер-һыу атамаларын да һаҡламаһаҡ, беҙҙең тарихтан ни ҡала!
– Һин бала сағыңда киләсәктә шундай оло хәстәрҙәр, хәсрәттәр менән йәшәрмен тип күҙ алдына ла килтермәгәнһеңдер әле.
– Бала саҡта, атай ҙа булмағас, етешһеҙерәк йәшәгәнбеҙҙер инде, ҙурайғас бай булам тип хыяллана торғайным. Шөкөр, ағып-ташып торған байлығым булмаһа ла, ҡайтып инер өйөм, ғаиләм бар. Нимә кейәм, нимә ашайым тигән борсолоу юҡ. Миңә былай ҙа яҡташтар бай тигән исем таҡҡан. Ысынлап та баймын, күңелем бай. Яҡындарым һау булһын, донъялар имен булһын, күңелең ятҡан, яратҡан шөғөлөң булһын.
Иртәгә башҡарыр эшемде дәфтәргә яҙып барам. Сәғәтләп, минутлап план төҙөйөм. Көнөндә үтәп өлгөрмәһәм, эсем боша, икенсе көнгә күсерәм. Ҡатыным Алһыу ҙа быға күнеп бөткән. Ул да, ике ҡыҙым да дин тота. Әле барыһы ла ураҙала.
Алланан һора, һораһаң – бирә, тиҙәр. Ләкин теләкте лә теләй белергә кәрәк икән. Яҙышырға ваҡыт етмәгәс, “Дауаханаға эләкһәм, бәлки, ижад итеп алыр инем”, тип уйлап ҡуйғайным бер мәл. Бирҙе бит Хоҙай. Быйыл ныҡ ауырып, ике тапҡыр балниста ятып сығырға тура килде. Хәл кергәс, көнөн-төнөн яҙып, ике йыйынтығымды тамамланым.
– Ижадта өскә бүленеп йәшәйем, тигәнеңде ишеткәнем бар...
– Эйе, бүленәм шул – яҙыусы, журналист, фоторәссам... Фотоһунарсы, тиһәң, дөрөҫөрәктер. Мин үҙем күргәнде, кисергәнде генә яҙам. Ижади илһамды күп кеше аңламай, сөнки күптәр уны кисермәгән. Мөхәббәт тә шулай бит. Үҙе яратып ҡарамаған, тәрән хистәргә бирелмәгән кеше өсөн ул – ят тойғо.
Әҫәрҙәремдә төп герой – тәбиғәт. Күргәҙмәләге фотоларымда ла ул төп урынды биләй. Фотоһүрәттәрем аша хайуандар, кейектәр кешегә мөлдөрәп, ялбарыулы ҡарай. Хәлемдән килгәнсә әҫәрҙәрем, фотоһүрәттәрем аша гүзәл тәбиғәтебеҙҙең киләсәге өсөн көрәшәсәкмен.
Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА әңгәмәләште.