Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 22:45

"Яҡташлыҡ көсө" балаларҙы ла хәстәрләй

Конкурста Башҡортостандың 113 балалар сәнғәт мәктәбенән 500 самаһы уҡыусы ҡатнашты.

"Яҡташлыҡ көсө" балаларҙы ла хәстәрләй
"Яҡташлыҡ көсө" балаларҙы ла хәстәрләй

“Яҡташлыҡ көсө” форумына ярашлы иғлан ителгән “Минең кескәй Ватаным” балалар һүрәттәре конкурсында Башҡортостандың 113 балалар сәнғәт мәктәбенән 500 самаһы уҡыусы ҡатнашты.

Конкурс ике этаптан торҙо. Беренсеһен белем биреү ойошмалары ойошторҙо. Тәҡдим ителгән эштәрҙән 141 һүрәт иғтибарға лайыҡ булды. Икенсе турҙа Башҡортостандың белем биреү учреждениеларынан художество бүлектәре уҡытыусыларынан, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Республика уҡыу-методик үҙәге белгестәренән торған ижади комиссия 18 белем биреү учреждениеһынан ебәрелгән эштәрҙән 58-ен һайлап алды. Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалалары, Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Борай, Дәүләкән, Дыуан, Ишембай, Краснокама, Мәләүез, Хәйбулла, Шишмә районы Балалар сәнғәт мәктәптәре финалға сыҡты.  

Фото: mgazeta.com

"Яҡташлыҡ көсө" балаларҙы ла хәстәрләй
"Яҡташлыҡ көсө" балаларҙы ла хәстәрләй
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас в