Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Апрель 2022, 11:36

Ҡылҡәләменең тылсымы йылдар үткән һайын сағыулана

Рәссамдың исемен йөрөткән гимназияла хәтер кисәһе үтте.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназияһында билдәле башҡорт рәссамы, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ҡасим Дәүләткилдеевтең тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе булды.

Тәүҙә ҡунаҡтар рәссамдың гимназия ихатаһында ҡуйылған бюсына сәскә һалды. Был иҫтәлекле урын 2017 йылда булдырылған, һәйкәлдең авторы – билдәле скульп­тор һәм рәссам, Рәсәй Рәс­самдар союзы ағзаһы, ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған, ә бөгөн бында йәш быуынға белем биргән Илдус Закиров.

Артабан учреждение буйлап экскурсия ойошторолдо. Унда уҡыусыларҙың “Урал батыр” эпосына арналған ижади эштәре күргәҙмәһе, IX класс уҡыусыла­рының “Башҡортостан халыҡтары­ның байрам натюрморты”, “Сәнғәт ҡанаттар бүләк итә” йомғаҡлау ижади эштәр күргәҙмәләре ойошто­ролғайны. Шулай уҡ сара барышында гимназия-интернат уҡыусылары төшөргән “Башҡортостан ынйыһы” йәнһүрәте күрһәтелде.

Белем биреү йорто Баш­ҡорт­остан Республикаһының дәүләт тел­дәрен һәм республика халыҡта­ры телдәрен һаҡлауға һәм үҫте­реүгә йүнәлтелгән проекттар буйынса Башҡортостан Республи­каһы Башлығы гранттары конкурсында еңгән. Проект “Башҡортос­тан ынйыһы” тип атала, ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдарын төшөрөүгә арналған. Башҡорт телендәге йәнһүрәт биш сериянан тора, республиканың тәбиғәте, Башҡортостанда йәшәгән халыҡ­тарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныштыра.

Шулай уҡ гимназияның иң әһә­миәтле урындарының береһе тип уҡыу йортоноң музейын билдәләргә мөмкин. Бында мәктәп тарихы һәм башҡорт халҡының этнографияһы буйынса материалдар тупланған.

Гимназия директоры Гөлйемеш Садиҡова әйтеүенсә, мәктәп тарихы 1961 йылдан башланған. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала бик күп интернат учреждениелары, шул иҫәптән Өфө­лә 4-се мәктәп-интернат асылған. Педагогия кадрҙары менән тәьмин итеү, тәүге уҡыусыларҙы йыйыу эше  БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафина эшләгән осорҙа башҡарылған. Унан тыш, был осор донъялағы тарихи ваҡиғаға тап килгән: Йыһанға тәүге кеше осҡан. Шуға ла интернаттағы пионер дружинаһына Юрий Гагариндың исеме бирелеүе һис тә ғәжәп түгел. Әйткәндәй, тәүге сығарылыш уҡыусылары араһынан бихисап осоусылар һәм хәрбиҙәр быуыны үҫеп сыҡҡан.

1965 йылда мәктәп Республика урта сәнғәт мәктәп-интернаты тип үҙгәртелгән, ә 1994 йылда исеме Рес­публика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты тип алмаш­тырыл­ған. Директор Рәфил Фәтиховтың башланғысы менән уҡыу йортона Башҡортостандың һынлы сәнғә­тенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Ҡасим Сәлиғәскәр улы Дәүләт­килдеевтең исеме бирелгән.

Асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Күгел ауылында тыуған. Бик иртә етем ҡалған һәм Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнгән. 22 йәшендә Ҡасим Дәүләткилдеев, ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, Петербургка барған һәм Юғары художество-сәнәғәт училищеһына уҡырға ингән.

Училищены тамамлағандан һуң, Художество академияһына конкурс буйынса ирекле тыңлаусы булып алынған, әммә академияла оҙаҡ уҡый алмаған. 1917 йылда һаулығы ныҡ ҡаҡшау сәбәпле, Өфөгә ҡайтҡан һәм ғүмеренең аҙағына тиклем – 1947 йылғаса ошонда йәшәгән. Йәш рәссам урындағы художество түңәрәгендә әүҙем эшләгән, күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан.

Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, Өфөлә совет рәссамдары берекмәһен төҙөү осоронда Ҡасим Дәүләткилдеев ижади тормош эсендә ҡайнаған. Ул Өфөлә революцион Рәсәй рәссамдары берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе булған. М.В. Нестеров Өфө художество музейына нигеҙ һалғас, Ҡ. Дәүләткилдеев бер ни тиклем ваҡыт шунда эшләгән һәм музей менән бәйләнешен ғүмеренең аҙа­ғынаса өҙмәгән. Әйткәндәй, әле лә уның 145 эше ошо музейҙа һаҡла­на, улар ваҡыты-ваҡыты менән күргәҙмәгә ҡуйыла. Уларҙың күбеһе акварель, күмер менән яһалған, шулай уҡ 1908 – 1914 йылдарҙағы ҡәләм менән эшләнгән өйрәнсек һүрәттәр альбомы ла бар.

Үткән быуаттың 20-се һәм 30-сы йылдарында рәссам  халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу өсөн экспедицияларҙа йөрөй. Әҫәр­ҙәренең юғары художество сифаттары Ҡ. Дәүләткилдеевтең тап экспедицияларҙа күп йөрөүе менән аңлатыла. Ғөмүмән, уны замандаштары тормошто, тәбиғәтте иҫ киткес нескә һәм тәрән тойған кеше тип һүрәтләгән, шул уҡ ваҡытта рәссам ижадҡа һәм йәшәйешкә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә фәҡәт үҙ фекере булыуы менән айырылып торған.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт учи­ли­щеһы асылғас, Ҡ. Дәүләткилдеев унда беренсе башҡорт педагогы булған. Төрлө уҡыу йорттарында уҡы­тыусылыҡ эшенә ул сирек ғүмерен арнаған. Ғ. Имашева, Р. Иш­булатов һәм башҡалар унда уҡып белем алған, А. Тюлькин, И. Урядов уның менән берлектә эшләгән.

Һис шикһеҙ, рәссамдың әҫәр­ҙәре – халҡыбыҙға ҡалдырылған мәҙәни мираҫ, бөтмәҫ хазина. Тағы бер үҙенсәлеге: һәләт эйәһе бала саҡтан сәскәләр матурлығына мөкиббән ғашиҡ булған, уларҙың донъяһын айырым бер бөтөн күренеш итеп сағылдырған. Һаҡланған хәтирәләрҙән мәғлүм булыуынса, училищела уҡыған осорҙа уҡ Ҡасим Дәүләткилдеев сәскә таждарын иҫ киткес сағыу һәм ысынбарлыҡҡа тап килгән итеп  һүрәтләп, һәләтен күрһәткән.

Бынан тыш, рәссам әҫәрҙәрендә  халҡыбыҙҙың көнкүрешен, характерлы типтарын бик оҫта күрһәтә алған (“Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы”, “Һунарсы башҡорт”, “Башҡорт йортоноң күтәрмәһе” һ. б.).

Әйткәндәй, “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” һүрәте 1929 йылда Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙа­ныштары күргәҙмәһендә күрһә­телгән. “Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем башҡорт ҡыҙының образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоғон һәм кешелеклелеген сағылдырыу өсөн ысын мәғәнәһендә гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк”, – тип билдәләй белгестәр.

Ошо урында Инйәрҙән физика-математика уҡытыусыһы Ләлә Мостафина иҫтәлектәренән бер өҙөк килтерәбеҙ (журналист Х. Чембарисова яҙмаһынан): “Эшем буйынса миңә 1984 йылда Өфөгә Мәға­рифты үҫтереү институтына курсҡа барырға тура килде. Дәрестәрҙән һуң бер көндө музейға экскурсияға алып барҙылар. Экскурсовод һөйләй, ә мин Ҡасим Дәүләт­килдеев ижадына арналған бәләкәй генә стендҡа иғтибар иттем, шунан “Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы” картинаһын күреп ҡалдым да шаҡ ҡаттым. Күҙҙәр... шул тиклем таныш күҙҙәр. Был тиклем дә ҡәйнәмә оҡшар икән! Ҡулын итәгенә һалыуына тиклем. Картинала иһә бала сағында һүрәтләнгән.

Музейҙан ныҡ тулҡынланып сыҡ­тым. “Был минең ҡәйнәм”, – тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Карти­наның баш ҡалалағы Нестеров исемендәге музейында һаҡлан­ғанын һорашып белдем дә, ҡайт­ҡас, был турала иремә һөйләнем. Шунан икәүләп йәнә баш ҡалаға юлландыҡ. Килеп ингәс тә иптә­шем: “Мин әсәйемде күрергә килдем”, – тине. Музейҙың бүлек мөдире Валентина Сорокина аптырап китте. Беҙ хәлде аңлаттыҡ. Шунан һаҡлағыстан портретты килтерҙеләр. Бик ҙур түгел икән. Ҡулыбыҙға алғас та, артын әйлән­дереп ҡараныҡ. Унда “Деревня Усмангали, Белорецкий район. Юмагужина Марьям, сентябрь 1928 год” тигән яҙыуҙы уҡыныҡ та шаҡ ҡаттыҡ, барыһын да аңланыҡ. Валентина Мефодиевнаның да иҫе китте”, – тип бәйән иткән Ләлә ханым.

Республика художество гимназия-интернатында үткәрелгән хәтер сараһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәләтле актер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Лоҡма­нов гимназия уҡыусылары менән ошо кисә өсөн махсус рәүештә мәшһүр башҡорт рәссамының бала саҡ һәм үҫмер йылдары тураһында театрлаштырылған тамаша әҙер­ләгән. Әйтергә кәрәк, ниәт тормош­ҡа ашҡан һәм тамаша ғәжәйеп тәрән мәғәнәле, сағыу һәм күңелгә үтеп инерлек килеп сыҡҡан: йәш актерҙар составы, декорациялар, кос­тюмдар, музыка ла уңышлы һайланған. Быларҙың бөтәһе лә рәссамдың ҡатмарлы яҙмышы, уны һынауҙар һындырмауы хаҡында уйланырға мәжбүр итте һәм ошо ҡар­шылыҡтар бөйөк рәссамдың ру­хын сыныҡтырыуын, ижади ҡеүә­тен нығытыуын йәнә иҫбатланы.

Дәүләткилдеев образын тыу­ҙырған йәш актерҙарҙы айырыуса билдәләп үтеү фарыз. VI класс уҡыусыһы Айҙар Зәйнуллин тыуған төйәгенең матурлығына, тәбиғәткә ғашиҡ булған, йәштәштәренән айырылып торған, рәхәтләнеп күргән-тойғандарын һүрәтләгән Ҡасимдың бала саҡ образын тыуҙырған. Айҙар Әлшәй районынан, гимназияла беренсе йыл ғына уҡый, бөтә яңылыҡтарҙы һәм сәхнә тәжри­бә­һен рәхәтләнеп үҙләштерә, ҡыҙыҡ­һыныусан, шуҡ малай. Һәр хәлдә, ул шул тиклем ышандырырлыҡ итеп уйнаны, рәссамдың күңе­лендәге хис-тойғоно сағылдыра алды, хатта зал аяғүрә баҫып алҡышланы.

VIII класс уҡыусыһы Ғайса Мө­хәмәтшин дә унан ҡалышмай. Ул өлкәнерәк Ҡасимды уйнаны, ҡар­шылыҡтарға ҡарамаҫтан, Петербургка барып художество учили­ще­һына уҡырға инә алған маҡ­сатлы егетте һынландырҙы. Әммә һаулығына бәйле проблемаларға, аҡса етмәү сәбәпле рәссам артабан уҡыу хыялын ҡалдырырға, Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була. Тик ижади ынтылыштарын бер генә сәбәп тә һүндерерлек түгел: алда уны уңышлы ижад йылдары, дөйөм танылыу көтә...

Ҡыҫҡаһы, гимназияның ижади майҙансығында тәүге тапҡыр эшлә­үенә ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ҡ. Дәүләткилдеевтең исемен мәңгеләштереүгә ҙур өлөш ин­дергән бик сағыу, йәнле тамаша ойошторған режиссер Илнур Лоҡманов.

– Педагог булып эшләүемә – 15 йыл. Милли йәштәр театрын­дағы төп эшемдән тыш, Башҡорт дәү­ләт педагогия универси­тет­ын­дағы студенттар халыҡ театрына етәкселек итәм һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыка интернат-гимназияһында эшләйем. Ғөмүмән, балалар менән эшләү миңә бик оҡшай, был йәһәттән тәжрибәм ҙур. Бөгөнгө тамаша ла минең өсөн ҙур, ыңғай әһәмиәткә эйә.

Ошондай тәжрибә эштәре менән БДПУ-ла 2016 йылда шөғөлләнә башланым. Мостай Кәримдең 100 йыллығына, Аҡмулланың юбилейына ла сағыу ижади эштәр башҡарылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайынан мәшһүр рәссам Ҡасим Дәүләткилдеевтең иҫтә­леген тергеҙеү йәһәтенән тамаша ҡуйыу тәҡдиме килгәс, был ниәт ми­не уйға һалды. Дөрөҫөн әйткән­дә, шәхес онотола башлаған да һымаҡ. Гимназия исемен йөрөтә, һәйкәленә сәскә һалалар, әммә уның хаҡында сәхнә әҫәре булғаны юҡ. Рамаҙан айында милләт­тәштәремә ярҙам иткем килде, шуға күрә ошо изге эшкә тотондом.

Бөгөн тамашаны илай-илай ҡа­рауҙары иһә, маҡсатыбыҙға өлгәштек, балалар менән бергә йәнле тамаша күрһәтә алдыҡ, тигәнде аңлата, – тип һөйләне режиссер Илнур Лоҡманов тамаша һәм ижад хаҡында.

Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, халҡы­быҙҙың бай, тәрән тарихы, сағыу мәҙәниәте, көслө рухи нигеҙҙәре бар – буш урында Ҡасим Дәүләт­килдеев кеүек һоҡланғыс шәхестәр тыумаҫ ине, тип белдерҙе.

Сара барышында бер төркөм рәс­самдарға, педагогтарға һәм ал­дынғы уҡыусыларға Ҡасим Дәү­ләт­килдеев исемендәге премия һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: