Бөтә яңылыҡтар

Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем

"Был исемде бигерәк тә тамашасыларым көттө. Ә мин..."

Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем
Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Асаев ошо көндәрҙә йәнә бер юғары наградаға лайыҡ булды: уға Татарстандың халыҡ артисы тигән исем бирелде.

Башҡортостанды тыуып үҫкән йырсы һуңғы йылдарҙа күрше республикала йәшәй һәм ижад итә. Билдәле булыуынса, ул йәш йырсы Гөлназ Асаеваның атаһы.

"Әлбиттә, ҙур шатмын. Минән бигерәк был исемде тамашасыларым нығыраҡ көттө. Ваҡыты еткәс, тип килдем. Әлбиттә, еңел генә бирелмәне был уңыш. Күпме хеҙмәт ителде, күпме ижад юлы үтелде. Эшемде баһалағандары өсөн бик шатмын, шул уҡ ваҡытта был награда миңә оло яуаплылыҡ өҫтәй", - тигән Рөстәм Асаев "Ватаным Татарстан"ға биргән интервьюһында.

Яҡташыбыҙҙың шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашабыҙ, уға артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Фото: "Татинформ".

Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем
Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем
Рөстәм Асаевҡа - мәртәбәле исем
Автор:Карима Усманова
Читайте нас в