Бөтә яңылыҡтар

"Кем һағынмай һуң йәшлектең муйыл сәскәле кисен?!"

“Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсында артабан һүҙ – Өфө ҡалаһынан Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғоловаға.

"Кем һағынмай һуң йәшлектең муйыл сәскәле кисен?!"
"Кем һағынмай һуң йәшлектең муйыл сәскәле кисен?!"

Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсын иғлан иттек. Унда сираттағы ҡатнашыусы – Өфө ҡалаһынан Миләүшә Ҡыҙрасова-Ишемғолова.

Һин

Миллиондар араһынан
Берҙән-бер таң ҡалдырған да;
Күсәр кеүек тотоп торған,
Аҡылымдан яҙҙырған да
Һин...
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә,
Көлдөргән дә, бөлдөргән дә;
Көлгә ҡалып һүнгән саҡта
Саптар атҡа мендергән дә
Һин...
Саптар атта елгән саҡта
Йондоҙҙарға, офоҡ ярып –
Кире һөйрәп төшөргән дә,
Атҡа йүгән, тышау һалып,
Һин...

Әллә булдым йылы иңең?
Әллә булалманым тиңең?
Ялҡманыңмы, һаман һөйөп
Ғүмер буйы күктән йондоҙ
Сүпләп хыялланған мине?

Ҡараштар

Ишеткәнегеҙ булдымы
Ҡараштар һөйләшкәнен?
Һүҙ түгел, ым да бирмәйсә
Тойғолар серләшкәнен?

Өндәше(үе)н күҙҙең күҙҙәргә
Хатта ел дә ишетмәй.
Был күҙҙәр бит мөхәббәттең
Яҙығын һис иш итмәй.

Ике араны тоташтыра
Һалынмаған юл ғына,
Ҡарашты ҡосоп йыуана
Тик йүгәнһеҙ уй ғына.

Йөрәктән ҡасып сыға ла
Ҡанатлы хыял ғына –
Эй, бейей... күҙҙәр күленең
Мөхәббәт яланында!

...Ишетмәмеш булығыҙсы
Ҡараштар һөйләшкәнен.
Ике күҙҙең ике күҙгә
"......!" тип өндәшкәнен.

Муйыл сәскәле йәшлек

Ап-аҡ сәскәле муйылдай
Саф хисле йәшлек сағым!
Яҙҙар еткәс, йөрәк һыҙып
Эх, һағындыра тағын!

Аҡ сәскәле ҡара муйыл
Һалҡын шишмә буйында.
Сәскә бүләк иткән егет
Мәңге ҡалды уйымда.

Муйыл еҫе, һөйөү хисе
Иҫерткән яҙғы таңдар...
Иләҫләнгән күңелемде
Беләм, кемдәрҙер аңлар.

Аңлар мине, кем кисергән
Тәүге мөхәббәт хисен.
Кем һағынмай һуң йәшлектең
Муйыл сәскәле кисен?!

Фото М. Ҡыҙрасованың шәхси альбомынан.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: