Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына "Яҙғы моңдар" шиғриәт конкурсын иғлан иттек. Унда сираттағы ҡатнашыусы – Учалы районынан Хәмдиә Кинйәморатова.
Онот, тиҙәр
Онот, тиҙәр һине...
Онота алмайым!
Һинең менән тулған йөрәгем.
Һине хатта аҡтара алмаҫ төҫлө
Күңелемдән йылдар төрәне.
Һин һуҡырһың, нисек мөмкин, тиҙәр,
Туң күңелде үлеп яратыу?
Ниңә кәрәк, тиҙәр, саф хистәрҙе
Үткенсе бер елгә таратыу?
Онотормон. Шулай бойорормон
Сығынсылап типкән йөрәккә.
Яҙмыш дауылына баш эйә бит
Ҡолас етмәҫ көслө тирәк тә...
* * *
Берсә өтөп, берсә өшәндергән
Әллә ниндәй тандыр ялҡынһың,
Сарсағанда йәнгә сихәт бирер,
Һыуһындарҙы баҫыр һалҡынһың.
Ҡарашыңдан һинең сәсәй-сәсәй,
Эсәм наҙлы һөйөү шишмәһен.
Йөрәгемде алып һиңә һонам —
Тик ҡулдарың ғына бешмәһен.
Килһен ине һағынып көткәндәр
Һинең һағынып, өҙөлөп көткәнеңдә,
Килһен ине йәнең-һөйгәнең!
Белһә ине йылдай минуттарҙың
Шик-шөбһәләр тауы өйгәнен...
Килһен ине әсе, ҡайнар йәштәр
Эркелгәндә талған күҙҙәргә.
Килһен ине бойоҡ күңелкәйем
Сарсағанда наҙлы һүҙҙәргә!
Фото Х. Кинйәморатованың шәхси архивынан.