Мәскәү ҡалаһында 1-4 майға тиклем, "Мин булдырам" мәҙәни-мәғариф проектына ярашлы, балалар һәм үҫмерҙәр ижады буйынса "Баш ҡала йондоҙҙары" XXX Халыҡ-ара конкурс-фестивале үтте. Унда Рәсәйҙең утыҙ ҡалаһынан килгән иң көслө коллективтар ҡатнашты.
Башҡортостан данын Саҡмағош ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең "Шатлыҡ" хореография коллективы яҡланы. Етәксеһе - Рәйлә Нуриханова. "Шатлыҡ"тарҙың шатлығы сикһеҙ: улар "Халыҡ бейеүе" номинацияһында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған һәм бейеү коллективтары араһында "Хореография" номинацияһында Гран-при яулаған!
"Баш ҡала йондоҙҙары" - сағыу тамашалар менән берлектә ғәжәп матур сәйәхәт мөмкинлеге лә. Йәш бейеүселәр, конкурстан тыш, Мәскәү буйлап төрлө экскурсияларҙа булып, йылы тәьҫораттар менән ҡайтҡан.
Фото һәм текст сығанағы Рекас Ямалеевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.