Ҡәҙерле дуҫтар, билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә 16 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр араһында яҙ һәм мөхәббәт темаһына “Яҙғы моңдар” шиғриәт конкурсын иғлан иттек. Унда сираттағы ҡатнашыусыбыҙ – Учалынан Гүзәл Сиражетдинова.
Ҡоштар хәбәре
Сут-сут һайрап торған ҡош теленең
Тәржемәһен белеү икеле.
Күңелдәргә үтеп ингән моңдар
Һөйөү тураһында шикелле.
Булмыштары һөйөү менән тулғас,
Яңылышмай ҡоштар йөрәге.
Бына-бына беҙҙең алдыбыҙҙа
Балҡыр тиҙҙән яҙҙың йөҙҙәре.
Яҙ икән
Тып-тып тама көн дә тамсылары,
Ҡояш нурын һипкәс йәлләмәй.
Кемдәр генә һөймәй яҙ айҙарын,
Наҙлы яҙҙы кемдәр теләмәй.
Беҙ генәме?
Яҙ һулышын тойоп
Ҡайтып килә, ана, ҡоштар ҙа.
Тыуған ерҙә бала осорорға,
Тыуған ерҙә оя ҡорорға.
Асмандарҙан ҡоштар ҡайтарырҙай
Күк күкрәтеп килгән –
Яҙ икән!
Яҙҙың бөтмәҫ матурлығын маҡтап
Яҙ икән дә,
Тағы яҙ икән...
Яҙ менән һөйләшеү
Яҙһылыуға шылтыраттым әле,
Үҙекәйен өҙөлөп һағынғас.
Күңелемә хуш еҫтәрен бөркөп
Яҙ елдәре килеп ҡағылғас.
Зыңғырлатып ҡына бер көлдө лә:
"Күпкә түҙгәс, тине, бөтәгеҙ –
Һуңғы ылауға бик өлгөрмәһәм,
Алһыу таңдар менән көтөгөҙ!
Ҡыш буйына йыйған бүләктәргә
Етмәҫкә лә мөмкин көсөгөҙ.
Шуға күрә мине ҡаршыларға
Йәше-ҡарты сыҡһын, көллөгөҙ!
Яҙҙы өҙөлөп көткән йөрәктәргә
Оло бүләктәр ҙә түгел йәл.
Ғәзиз ерегеҙгә йәшел келәм,
Ҡайындарға алдым йәшел шәл.
Йәйғор күперенең төҫтәреләй
Балҡып китһен өсөн сәхрәләр,
Оҡшағанын һайлап алырһығыҙ,
Ҡосаҡтарым тулы сәскәләр.
Әле бына моңдар һайлай инем
Ҡоштар телдәренә һалырға.
Ваҡытым юҡ.
Тик һеҙ онотмағыҙ
Күңел ҡапҡаларын асырға".
...Һәм бәйләнеш кинәт өҙөлдө лә
Теләй алмай ҡалдым изге юл.
Яҙҙы ҡаршыларға йүгерҙекме?
Киләм тигәс инде, килер ул!
Фото Г. Сиражетдинованың шәхси альбомынан.