“Яратҡандар һөйгәненә ҡуймайҙар талап!”
Көнһылыу СӨЛӘЙМӘНОВА
Баймаҡ районы 2 - сҽ Этҡол ауылы
Ярата бел
Яратҡандар һөйгәндәрен
Һис бер рәнйетмәҫ.
Уны нахаҡ һүҙҙәр менән
Бер ҙә кәмһетмәҫ.
Яратҡандар һөйгән йәрен
Кисерә белә.
Улар ғына йән һөйгәнен
Аңлай ҙа белә.
Яратҡандар, илағанда,
Йыуата белә,
Күңелеңде иретерлек
Һүҙҙәрҙе белә.
"Яратам! " – тип әйтһәң әгәр,
Ысынлап ярат.
Яратҡандар һөйгәненә
Ҡуймайҙар талап!
Яҙғы ел
Ағастарҙың мамыҡ шәлен
Яҙ еле алып киттҽ.
Йылы ел ерҙәгҽ ҡарҙы
Селтәрләп, яй иретте.
Иркә ел туҡ бөрөләрҙең
Донъяға күҙен асҡан,
Сәскә еҫҽн алып килер
Йәшел бәрхәт туғайҙан.
Хайран ҡалып тыңлай урман
Ҡоштарҙың дәртле йырын.
Ап-аҡ бөркәнсҽк ябынған
Алмағас, балан, муйыл.
Май ямғыры
Май ямғыры яуа – шифаға,
Тамсылары йыуа ғаләмде.
Ямғыр менән яуа бәрәкәт,
Ер шатлана сабый шикелле.
Йәшел үлән ҡалҡа урамда,
Йәшеллеккә сумған урман да.
Оҙон йоҡоһонан уянып,
Бар тирә -яҡ ята ирәйеп.
Май ямғыры яуа – бәхеткә,
Тамсылары тама "тып "та "тып ".
Ул тамсылар бөтә донъяға
Аҡ бәхеттәр йөрөй таратып.